Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән замандашыбыҙҙы бөгөн тирә-йүндә ҡорама ҡорау оҫтаһы, маһир тегенсе тип беләләр. Алһыу Кәбир ҡыҙы ошо райондың Ғәҙелбай ауылында тыуып үҫә. Күрше Беренсе Этҡол урта мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһында тегенсе шөғөлөн үҙләштерә, әммә был һөнәре буйынса оҙаҡ эшләргә насип булмай уға. Ҡул эштәренә маһирлыҡ – Алһыу апайға әсәһенән бирелгән һәләт. “Әсәйем бәйләү, тегеү, сигеү оҫтаһы булды. Беҙ бала саҡта балитәкле күлдәктәр тегеп, ырғаҡ менән башлыҡтар бәйләп кейҙерә торғайны. Ул ваҡытта пряжа тигән нәмә юҡ, һарыҡ йөнөн иләп, йыуып, шунан матур итеп ҡолаҡсынлы башлыҡтар бәйләй ҙә, төҫлө буяуға манып, киптерергә элеп ҡуя торғайны. Ырғаҡты ағастан яһап алды, – тип ҡәҙерле кешеһенә бәйле матур хәтирәләре менән уртаҡлашты ул. – Әсәйем нағышлап сигергә лә яратты. Уның сигеүле мендәр тыштары, түшәк-ҡаралты япмалары, таҫтамалдары өй эсебеҙгә йәм, биҙәк өҫтәй ине. Шуныһы үкенес: ҡәҙерле кешем йәшләй мәрхүмә булды, ә беҙ балалыҡ менән уның ҡулдары тыуҙырған ошо матурлыҡ өлг