Бөгөн Өфөлә спорт һөйөүсе һәр кем өсөн мөһим һәм көтөп алынған сара – Өфө халыҡ-ара марафоны үтте. Быйыл унда 26 илдән, 42 төбәктән һәм 300 ҡаланан ете меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға – биш ай, ә иң ҙурына 85 йәш булған. Йүгереүселәр араһында Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов та булды. “Марафон республикала йылдан-йыл ҙурыраҡ популярлыҡ яулай һәм ҡатнашыусылар һаны арта. Һуңғы йылдарҙа үҙем дә был саранан ҡалмаҫҡа, ҡатнашырға тырышам. Йүгереү дәрт өҫтәй, һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Бөтә журналистарҙы ла спорт менән шөғөлләнергә саҡырам. Беҙ үҙебеҙ союз ойошторған сараларҙа спорт ярыштары ла үткәрергә тырышабыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт икәнен онотмайыҡ”, – тине ул. Фотолар Вәдүт Исхаҡовтың шәхси архивынан.