“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош районының ауыл биләмәләрендә сәскәләр фестивале үтте. Байрам ваҡытында ауыл мәҙәниәт йорттары биләмәләре сәскә яланына әүерелде. Сағыу композициялар һәм гөлләмәләр алты номинацияла күрһәтелде. “Еңеү сәскәләре”, “Сәскәләр таныу кеүек”, “Сәскә ат, ауылым – тыуған ауыл”, “Сәскәләр һылыуҡайы”, “Тәҙрә төбөмдә бик матур баҡсам” һәм “Сәй өҫтәле”. Тематик күргәҙмәләр байрамдың сағыу акценттары булды. Берәүҙәр - мөғжизәле натюрморттар, икенселәр ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡулланып башҡарылған ғәҙәти булмаған эштәр менән таң ҡалдырҙы. Таштан, сәйләндән эшләнгән әйберҙәр, сәскәләр төшөрөлгән туҡымалар тәҡдим ителде. Сарала ҡатнашыусылар бихисап ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды, сәскәселек һәм кеше тормошона сәскә йоғонтоһо тураһында яңы мәғлүмәт белде. Был көндө кәйеф өсөн райондың артистары һәм художестволы үҙешмәкәрлек коллективтары яуап бирҙе: күңелле йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр, төрлө сәхнә әҫәрҙәре башҡарылды. – Фестиваль тәүге йыл ғына уҙғарылмай. Сәскәләр байрамы - ысын мәғәнәһендә изгелек һәм яҡшы кәйеф сығанағы, - тип билдәләне Саҡмағош районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Вәлиева. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Саҡмаҡош районы хакимиәте.