Республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыу эше дауам итә. Башланғыстың маҡсаты – һау-сәләмәт киләсәк тәрбиәләү. Был эш “Юғары ос” республика белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә Башҡортостан мәктәптәрендә 214 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 80-е “Юғары ос” проектына ярашлы булдырылған. “Был башланғысты беҙҙең проекттар араһынан иң яҡшыларҙың береһе тип һанайым. Уҡыусыларҙы бала саҡтан тештәрҙе һаҡларға, табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ, балаларҙы уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ”, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров. Стоматология кабинеттары һәр яңы уҡыу йылында асылып килә. Былтыр уларҙың һаны 12-гә артты, быйыл тағы 30 кабинет эш башлаясаҡ. Мәктәптәрҙә 223 теш табибы эшләй. 2022/23 уҡыу йылында улар 130 меңгә яҡын баланың һәм биш мең самаһы уҡытыусының тешен дауалаған. Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА