Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың депутаттарын һайлауҙа тауыш биргәндән һуң, журналистарға, ғаиләбеҙ өсөн Берҙәм тауыш биреү көнө — ул бала саҡтан хәтерҙә ҡалған байрам, тип һөйләне. – Әсәйем бала саҡтан беҙҙе һайлауҙарға алып барҙы, ә хәҙер улдарым ейәнсәрҙәрем менән йөрөй. Шуға күрә бала саҡтан һайлауҙар ҙур байрам булып иҫтә ҡалған. Тауыш биреү – бик кәрәкле сара, кешеләр үҙ иленә, яҡындарына битараф ҡалмаҫҡа тейеш, һайлауҙа ҡатнашыу - беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Был көндө беҙ парламентыбыҙ һәм ауыл биләмәләре депутаттарын һайлайбыҙ. Бөгөн Башҡортостан халҡы дөрөҫ ҡарар ҡабул итер, тип ышанам. Барығыҙҙы ла битараф ҡалмаҫҡа саҡырам. Быйыл халыҡ баҡсаларынан килһен өсөн һайлау участкаларының уңайлы эш графигы булдырылды, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Римма Үтәшева. Фото:Башинформ.