Иглин районының Балтика ауыл биләмәһендә белорустар күпләп йәшәй. Бында 1136 һайлаусы теркәлгән. Улар Балтика ауылындағы һайлау участкаһында тауыш бирә, шулай уҡ өс күсмә урна эшләй. Төшкә тиклем бында халыҡтың 25 проценты тауыш биргән. Улар һайлау участкаларына ғаиләләре, балалары һәм өлкән йәштәге туғандары менән бергә килә. Бөтәһенең дә кәйефе күтәренке. Мәҫәлән, Загорское ауылынан биш балалы әсә Юлиә Храбрина үҙенең һәм балаларының яҡты киләсәге өсөн тауыш бирергә килгән. Уның ҡулында иң бәләкәй туғыҙ айлыҡ ҡыҙы йоҡлай ине. УИК-та Юлиәгә татлы бүләк тапшырҙылар. Тауыш биреүселәр өсөн клуб ихтаһында йылы сәй һәм былау әҙерләнгән. Килгән кешеләрҙе әүҙем кешеләр, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусы ағалы-ҡустылы Пластеевтар һыйлаған. Улар казак милли кейемдәрен кейеп йөрөй. Был сараға байрам кәйефе өҫтәй. Ә ата-әсәһе менән килгән балалар кисә генә асылған балалар майҙансығында уйнай. Ул урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса төҙөлгән. Фото: "Иглинские вести".