– Тойғолар еңел түгел, – тинем. – Һуғыш– кешелектең үҙенә үҙе уйлап тапҡан ҡазаһы ла, язаһы ла. Бронежилеттың ауырлығы 12 кило тиҙәр, ә күңелдә, зиһендә – тонна ауырлығында һағыш, төпһөҙ уйҙар. Ысыны шулай. Эргәмдә, ҡайҙа уҡталһам да, бер егеттең һыйынғанын, миңә нимәлер әйтергә теләгәнен тоям. Улай тиһәң, әйтәм бит, һәр яҡташтың һөйләшкеһе, асылғыһы килә. Ә был нисектер яныма ғына килмәй, күңелемә, йәнемә һыйынғандай. – Бигерәк йәш күренәһең, нисә йәштәһең? – тим, һүҙ башлап. Ысынлап йөҙө шул тиклем балаларса, мәктәп балаһы кеүек. – Егерме биш. Ҡырынһам, мин бөтөнләй бала булам. – Йылмайыуында – сафлыҡ. Шундай эскерһеҙ ҡараш. Был һуғыш төҫө түгел. Уны ҡосаҡлап алғы, арҡаһынан һөйгө килә. Нисектер үҙе яҡлауға, ҡурсыуға мохтаж. Уның шундай саф ҡарашы мине көн буйы оҙатып йөрөйәсәк. Базаға ҡайтып ятҡас та, уның ҡарашы күҙ алдымда торасаҡ. Шул саҡ үҙемдең улымды ныҡ итеп һағынғанымды тоясаҡмын. Иҫән генә әйләнеп ҡайт инде, балаҡай. Һөйләшә торғас, уның позывнойы “Хакер” икәнен белдем. Программист булған, шуға күрә ошондай ҡушамат алған. Әле Өфөлә йәшәй, ваҡытында Мәләүез кадет мәктәбен тамамлаған. Әсәһе ҡустыһы менән икеһен яңғыҙы үҫтергән. – Атай-әсәйеңә махсус операция биләмәһенә юлланыуыңды нисек аңлаттың? – Әсәйгә әйтмәнем, эшкә китәм, тинем. Бында килгәс кенә белде. Иланы инде. Ҙур үҫтең, үҙеңдең яҙмышың, улым, тине. – Ә атайың? – Мин уны өс йәштән бирле күргәнем юҡ. Иҫләмәйем дә. – Ватанды кемдән һаҡларға килдең инде? – НАТО, ана, үҙҙәрендә әйҙә “тусоваться итһен”. Йөрөмәһендәр бында. – Кәләшең бармы һуң? Күҙҙәренән нур көлтәһе ҡойолдо. Татлы уй, шатлыҡ кешене ҡанатландыра шул. “Хакер” телефонын ҡабыҙыуы булды, унда йылмайып баҡҡан ҡыҙ фотоһы пәйҙә булды. – Яратҡан ҡыҙым, йөҙөк алдыҡ инде. Күгәрсен районынан, Н. ауылынан. Мине ул көтөрмө икән? – шул арала күңелен һағыш баҫты. Эй, сабый, эй, бер ҡатлылыҡ. – Көтөр, әлбиттә, ниңә улай тиһең? – Бигерәк һөймәлекле, сибәр бит, – керһеҙ ҡарашы менән миңә төбәлде. – Көтөр, көтөр, яратҡандар көтә белә ул, – тип арҡаһынан һөйөп алам. Хәҙер уйлайым да, миңә һыйынып, атай йылыһын да тойғоһо килмәнеме икән “Хакер”ҙың?! Саф, балаларса ҡарашы әле лә күҙ алдынан китмәй, ниндәйҙер тантана өҫтәй йәнемә. Һалдаттарҙы бер урынға йыйылырға ҡушалар. Баяғы һары сейә төбөндә ике рәт булып баҫа һалдаттар. “Шаман” алға сыға. – Барыбыҙ ҙа “Кипиш”ты һәйбәт беләбеҙ. Ул ҡаты яраланып госпиталдә ятты. Бөгөн ул тыуған Октябрьский ҡалаһында реабилитация үтә. Алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәткәне өсөн ул “За отвагу” миҙалы менән бүләкләнә. – Ура! Ура! Ура! – көслө тауыш бар урамды яңғырата. – Был миҙал уның тыуған яғына ҡайта. Октябрьский ҡалаһындағы мәғлүмәт үҙәге директоры Рөстәм Камалетдинов уны геройға бар халыҡ алдында тантаналы рәүештә тапшырырға вәғәҙәләне. Рөстәм, миҙалды алып, честь бирҙе: “Рәсәйгә хеҙмәт итәбеҙ! Мотлаҡ тапшырырбыҙ, һеҙҙән сәләм дә еткерермен”, – ул һәр ваҡыттағыса хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа һәм аныҡ һүҙле. “Дух” алға сыҡты: – “Кипиш”ты барыһы ла хөрмәтләй, тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләйҙәр. Бик көслө егет, һәр саҡ ярҙамға ашыға. Беҙ уны көтәбеҙ, – тине. Был һүҙҙәрҙе ишетеү беҙгә лә бик күңелле ине. “Кипиш”. “Йырсы” телгә алған яралы ашнаҡсы яугирме әллә?! – тип һорағайным “Шаман”дан: – Был позывной менән икәү улар. Ашнаҡсы егетебеҙ йәш әле, Тәтешленән. Миҙалға лайыҡ булғаны өлкән, тормошто күргән. Икеһе лә батыр егеттәр, – тип яуапланы. Егеттәр менән ҡосаҡлашып хушлашабыҙ. “Сарва” тигәне, тағы ла килегеҙ, тыуған яҡҡа ҡайтҡандай булдыҡ, тип ҡулды ҡыҫты. Уға үҙемдең Нуриман районы кейәүе булыуымды, китер алдынан ғына картуф күмеп килеүемде әйткәйнем, шуға ныҡлап ҡосаҡлауы. Дүрт көндән беҙҙең менән бергә, беҙҙең машинала Башҡортостанға ҡайтырын белмәй әле ул. Беҙ ҙә. Яралылар ятҡан сираттағы йортҡа килеп етәбеҙ. Бишенсе рота бында. Ҡапҡаны асып ингәс тә һуҡмаҡ ситендә йәшерен селтәрҙәр аҫтында бер нисә ҡорал ятҡанын шәйләнем. Һары сәсле бер һалдат ҡосаҡлашып күреште лә селтәрҙе асып берәүһен алды. (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, позывнойын яҙып алмағанмын.) Эдуард ятып та, баҫып та төшөрөргә тотондо. Аңлауымса, бында ятҡан бик затлы (ысынлап тарих өсөн дә, яу өсөн дә) ҡоралдар трофей булды шикелле. – Был беҙҙең “Муха”ға оҡшаған бер тапҡыр ғына ҡуллана торған РПГ – танктарға ҡаршы реактив граната. Made in НАТО. Бер тапҡыр ҙа ҡулланылмаған. Хатта ҡапҡасы ла асылмаған. Беҙҙекеләр ҡулға төшөргән. Кемгә ҡаршы һуғышҡанды аңлайһығыҙҙыр, – яугир бик теремек. Дошман ҡоралын яурынына һалып, ситкә төҙәп тә тора. Уның һәр ҡыланышында шаянлыҡ сағыла. Ул ҡулына алған һәр ҡоралды уйынсыҡ кеүек кенә күргәндәй. Ерҙә ятҡан ҙур көбәкте асып күрһәтә. – Ә быныһы бөтөнләй музей экспонаты – ДШК, эре калибрлы пулемет өлгөһө. 12.7 калибр. Нисәнсе йылғы, тип уйлайһығыҙ? Ике меңенсеме, туҡһанынсы йылғымы. Йә, кем күберәк, йәғни ҡартыраҡ бирә. Гагарин әле Йыһанға осмаған. – Улайһа, 1960 йылдыр, – тигән булабыҙ. – Тағы ла ҡатыраҡ. Бына баҫылған мөһөрөнә ҡарағыҙ. Эйе, эйе, йығылып китмәгеҙ – 1942 йылғы. Майлап ҡуйған кеүек эшләй. Ысынлап. Беҙ, хайран ҡалып, ышанмай мөһөрҙө һыйпап ҡарайбыҙ. – Ә быныһы, – тағы бер ҡоралды асып күрһәтә, ҡулына алмай. Алырлыҡ та түгел, ҙур, – бөтөнләй “олатай”. ЗРК-76 мм-лы зенит пушкаһының төбәге. Осҡан самолеттарҙы бәреп төшөрөү өсөн. Совет киноларында күргәнегеҙ бар. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан сығарылған. Ышанмаһағыҙ, ҡарағыҙ, 1938 йылғы. Эшләй.