Ҡара мышар, йәки миләш Европаға 19-сы быуаттың аҙағында килтерелгән һәм уның бөтә өлөшөндә лә нығынып киткән. Тыуған континентында уның файҙалы үҙенсәлектәре тураһында яҡшы белгәндәр, күберәк тире ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланғандар. Ә европалар уны тәүҙә матурлыҡ өсөн үҫтергән, тик 20-се быуат урталарында ғына, төрлө тикшереүҙәр үткәрелгәндән һуң, ҡара мышарҙың күп сирҙәрҙән килешеүен асыҡлағандар. Анығыраҡ әйткәндә, ҡара мышар Р, С, РР, Е, В төркөмө витаминдарына, каротин, бор, тимер, марганец, баҡыр кеүек микроэлементтарға бай. Уның составындағы фруктоза, лактоза организмда еңел үҙләштерелә, шуның өсөн шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә файҙалы. Көнөнә ике-өстө ашаһаң да, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртырға, ҡан баҫымын көйләргә, иммун системаһын нығытырға булышлыҡ итә. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға, хәлһеҙләнгәндәргә шифа бирә, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген яҡшырта, атеросклерозды, ревматизмды дауалай, әселекте кәметә, дизентерия таяҡсаһын һәм алтынһыу стафилококк үҫешен тотҡарлай. Емешендәге пекти