21 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау, ихата биләмәләрен һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һүҙҙәренсә, быйыл бөтәһе 276 йорттағы 759 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. 21 авгусҡа 219 подъезда эштәр тамамланған да. Ә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү программаһы 652 бинаны үҙ эсенә ала. “Башҡортостан ихаталары” проекты сиктәрендә 82 йорт яны биләмәһе яңыртылған. Планда бөтәһе 206 майҙансыҡты төҙөкләндереү. Уларҙың уртаса әҙерлек кимәле – 80 процент. Подъездарҙы ремонтлау программаһын 21 ноябргә тиклем тамамлау, ихата биләмәләрен 2023 йылдың 30 сентябренә тиклем тәртипкә килтереү, ә ҡыйыҡтарҙы, фасадтарҙы, күп фатирлы йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын капиталь ремонтлау буйынса миҙгел эштәрен 2023 йылдың 1 октябренә тамамлау зарур, тип билдәләне министр вазифаһ