Найти тему
Башҡортостан гәзите

Медицина-социаль экспертиза яңы форматта үткәреләсәк

Медицина-социаль экспертиза яңы форматта, йәғни кешенең шәхси мәғлүмәттәрен ҡулланмайынса, медицина мәғлүмәттәре нигеҙендә генә үткәреләсәк. Был эште мөмкин тиклем объектив башҡарырға ярҙам итә.Яңы тәртип 2024 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.Экспертиза уҙғарыуға йүнәлтмә, кешенең ҡайҙа йәшәүенә һәм урынлашыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәре бюролары араһында бүленә. Һөҙөмтәләр Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа йәки почта аша киләсәк.Әгәр кеше медицина-социаль экспертиза ҡарары менән риза булмаһа, баш бюроға мөрәжәғәт итә ала.Иғтибар итегеҙ, медицина-социаль экспертиза үтеү ысулын (шәхсән йәки ситтән тороп) поликлиникала уҡ хәл итергә була: https://vk.cc/cqvakE.Электрон рәүештә үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә бынан һуң белешмәләр һәм документтар тапшырырға кәрәкмәй, сөнки мәғлүмәттәр экспертиза учреждениелары һәм медицина ойошмалары араһында электрон төрҙә тапшырыла, ә һөҙөмтәләр Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа ебәрелә.Берҙәм бәйләнеш үҙәге:8 (800) 1-00000-1Башҡортостан Медицина-социаль экспертиза баш бюроһының рәсми сайты: https://vk.cc/cqvamj#Аңлатабыҙ_Башҡортостан