Найти в Дзене

Хәҙер яман шеште иртә стадияла ла асыҡлайҙар

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙған. “90-сы йылдарҙа илебеҙҙә онкологик сирҙәрҙе дауалау йәһәтенән хәлдәр яҡшы түгел ине: бик һирәк осраҡтарҙа яман шеште иртә стадияларҙа асыҡлап була ине. Ә дауаханаларҙа кәрәкле медикаменттар, заманса ҡорамалдар һәм квалификациялы кадрҙар етешмәне. Әммә 2000 йылдарҙа дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһын тергеҙеүгә, онкологик сирҙәрҙе дауалауға тотондо, онкологик сирҙәргә ярҙамды арттырыуға, уны иртә асыҡлауға айырыуса иғтибар бүлә башланы. Һуңғы дүрт йылда ғына Рәсәйҙең 81 төбәгендә 479 амбулатор-онкологик ярҙам үҙәге асылды. Бөгөн беҙҙә, Башҡортостанда, ошондай 13 үҙәк бар. Улар Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй, Салауат, Сибай, Бөрө ҡалаларында һәм Дыуан районында күп профилле дауаханалар базаһында эшләй. Былтыр амбулатор-онкологик ярҙам үҙәктәрендә табиптарыбыҙ яман шештең 4 489 осрағын, 2 648 сирҙе I-II стадияһында асыҡланы. Бындай осраҡта

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙған. “90-сы йылдарҙа илебеҙҙә онкологик сирҙәрҙе дауалау йәһәтенән хәлдәр яҡшы түгел ине: бик һирәк осраҡтарҙа яман шеште иртә стадияларҙа асыҡлап була ине. Ә дауаханаларҙа кәрәкле медикаменттар, заманса ҡорамалдар һәм квалификациялы кадрҙар етешмәне. Әммә 2000 йылдарҙа дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһын тергеҙеүгә, онкологик сирҙәрҙе дауалауға тотондо, онкологик сирҙәргә ярҙамды арттырыуға, уны иртә асыҡлауға айырыуса иғтибар бүлә башланы. Һуңғы дүрт йылда ғына Рәсәйҙең 81 төбәгендә 479 амбулатор-онкологик ярҙам үҙәге асылды. Бөгөн беҙҙә, Башҡортостанда, ошондай 13 үҙәк бар. Улар Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй, Салауат, Сибай, Бөрө ҡалаларында һәм Дыуан районында күп профилле дауаханалар базаһында эшләй. Былтыр амбулатор-онкологик ярҙам үҙәктәрендә табиптарыбыҙ яман шештең 4 489 осрағын, 2 648 сирҙе I-II стадияһында асыҡланы. Бындай осраҡтарҙа табиптар пациенттарҙы оператив дауалау өсөн Республика клиник онкология диспансерына, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына һәм федераль медицина үҙәктәренә ебәрә”. Видеонан скриншот, сығанаҡ: zabelin