Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

“Һөттә – һаулыҡ, майҙа – бәрәкәт, иттә – көс” тигән кеүек, һәр ҡалаҡ аш беҙҙең һалдатта, аяҡҡа баҫтырып, ҡеүәт биреп, ҡанат үҫтерһә, ә йыр – йөрәк асҡысы, рухты күтәрә, дошмандан үсте лә ҡандыра торған иң ныҡлы ҡорал да. Шуға һалдаттар тыуған ерҙәренән килгән һәр кешегә, һәр сәләмгә, һәр ярҙамға бик рәхмәтлеләр ҙә. – Был беҙҙең “Дикий”. Старшина. 23 йәштә генә булһа ла өлкән ағайҙары менән етәкселек итә. Бик тәртип ярата, талапсан. Абруйы ҙур, – тип таныштыра тулы кәүҙәле артыҡ буйсан булмаған егет менән “Шаман”. “Дикий” тигәс, Эренбургтың эссеһындәге юлдар – “...Дон далаларында беҙ башҡорт ҡәбиләһенә ингән ҡырағай, әммә ҡурҡыу белмәҫ кешеләр менән һуғышырға мәжбүрбеҙ” – иҫкә төшә лә эстән генә көлөп ҡуям. “Ҡырағай” яугирҙе мин тәү күреүҙән үк “Салауат Юлаев” кинофильмында уйнаған Арыҫлан Мөбәрәковҡа оҡшаттым. Бөркөт ҡарашлы, киң яурынлы. Күҙҙәрендә шулай уҡ сабыйҙарса баҫалҡылыҡ, бер аҙ оялсанлыҡ та бар кеүек. – “Дикий” ҙур хәрби начальник була торған яугир, бик ышаныслы, ҡурҡыу белмәй, – тип һүҙгә ҡушыла “Йырсы” ла. Был шәп егет менән ситкәрәк китеп үҙебеҙҙең телдә һөйләшәбеҙ. Ғәҙәттә, эшкә шәп, яуҙа ҡурҡыу белмәҫ йәндәр һүҙгә бик әүәҫ булмай бит. Һөйләшә-һөйләшә шулай ҙа асылды егетебеҙ. Ул үҙе Ишембай яғынан. Шайморатов батальоны барлыҡҡа килгәндән бирле ул бында. Тыныс тормошта иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Әрме хеҙмәтендә булған. – Бында булыуым менән ғорурланам. Илемде һаҡларға тип килдем. Атай-әсәйем дә минән ҡәнәғәт. Әлбиттә, борсолоп та торалар инде, – тине ул. – Үҙеңде бик маҡтайҙар, был ҡайҙан килә? “Мөбәрәков” бер аҙ уйланып торҙо ла, мине бик аптыратып яуап бирҙе: – Просто, тыуған илде, тыуған ерҙе ныҡ яратырға кәрәк. – Һуғышта дуҫың, яҡының үлә. Йөрөй-йөрөй быға һин өйрәнәһеңме? – Юҡ, улай булырға тейеш түгел дә, шулай ҙа өйрәнергә була, – ауыр уфтаныу. – Ҡурҡыныс хәлдәргә тарығаның булдымы? Үкенесле мәлдәргә? – Иң беренсе тапҡыр ингәндә, сентябрь урталары ине, “обстрел”ға эләктек. Өс офицер булған блиндажға төштө снаряд. Уларҙы машинаға тейәп, табиптарға алып барып еткерә алманыҡ. Ҡулда үлделәр. Өсөһө лә. Тәүҙә адреналин, нисек тә ярҙам итәйем, тип уйлайһың, һуңынан... барыһы ла үткәс ҡыйын, ныҡ уйландыра. Шулай ҙа үлемгә, юғалтыуҙарға өйрәнергә ярамай. Ярамай. Улайһа, күңел ҡата. – Тәү тапҡыр һөжүмгә барғанда ҡурҡтыңмы? – Ҡурҡыта тип, ҡаушап ҡалаһың инде. Тәбиғи тойғо, ҡул да ҡалтырай. Беҙҙә, ҡурҡмаған дүрәк тиҙерәк үлә, тиҙәр. Дыуамал аҙымдарҙан да һаҡлай ул ҡурҡыу. Тик дуҫтарыңды ҡапламай, илеңде һаҡламай артҡа ҡасһаң, был ҡурҡыу түгел, был – хыянат. Уныһы ярамай. – "Передовой"ға йыш сығаһығыҙмы? – Көн аша. Миномет подразделениеһындамын. БК, башҡаһын алып сығам. – Төнөн генә сығаһығыҙ бит, бронежилетта, каска, ҡараңғы... күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Үлеп ҡалырмын, тигән уйҙар буламы? – Юҡ, ысынлап әйтәм, юҡ. Улай тип уйлаһаң, иң һәйбәте инмәй торорға. Көтөргә, күңелеңде тыңларға кәрәк, ул үҙе әйтәсәк. Рухи яҡтан әҙер булғас ҡына ҡуҙғалыу хәйерле. Унан бит яуаплылыҡ та бар: егеттәр алда һинән ҡорал көтә. Шәп нәмә шул ул яуаплылыҡ. Башҡорт яугирен тыңлап тиҙ генә бер һығымтаға киләм: киләсәктә еңеүгә беҙҙе өс шарт килтерәсәк – заманса шәп ҡорал, илгә булған һөйөү һәм һәр һалдаттың эшенә яуаплылығы! – Нишләп һин улай “Ҡырағай” әле? – Мин хеҙмәтемде подразделениела ябай водитель булып башланым. Машинала ҡот осҡос шәп йөрөй инем. Тиҙлек тә хәтәр, ҡурҡмайым да. Ен арбаһы инде, ҡыҫҡаһы. Егеттәр “дикий водитель” тип йөрөтә башланы ла, шулай ҡалды инде. – Кәләш алып өлгөрҙөңме һуң? – Юҡ әле. Оҙатып ҡалыусы булғайны ла, көтмәне... Нимә әйтергә лә белмәйем, йәшһең әле, табырһың, тигән булам. Иң мөһиме – иҫән ҡайт. Тормош бит. Шулай ҙа һалдаттың төп терәге ул тылда – һөйгән йәрендә. Был турала беҙгә Өфө егете “Грин” һөйләне. Ул – БТР водителе. Уның өс балаһы бар, 12, 9, 5 йәшлектәр. Октябрҙә ул дөйөм мобилизацияға эләгә. Документтарҙы тикшергәнсе бер аҙ ваҡыт үтә, февраль етә, өс бала атаһы булараҡ уның бөтөнләй мобилизацияға эләгергә тейеш түгеллеге асыҡлана һәм кире ҡайтарып ебәрәләр. Тик бер нисә айҙан ул кире бында килә. Контракт төҙөй. – Февраль урталарында позицияла инек. Килделәр ҙә, һеҙ уволены, тинеләр. Аптырап киттем, нисек инде? Штабҡа килдем. Улар ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә хайран әле, тиҙәр. Кәйеф төштө, дуҫтар менән айырылғы килмәй, нисә ай бер туҫтаҡтан, бер ҡалаҡтан аша ла, һыуыҡ саҡта арҡа терәп ятҡан браттар. Шул ваҡытта уҡ ҡалырға тип уйлағайным, килеп сыҡманы. Не положено. Ҡатыныма ла аңлатырға кәрәк, мин бында ҡалам, тип кенә булмай бит инде. Ҡайттым. Ҡатыны балалары атаһы ҡайтыуына бик һөйөнгәндер, әлбиттә. Ә һуңынан, яңынан китерен ишеткәс... Һин нимә, өс балаң бар, ҡайҙа бараһың тағы ла, тимәнеме икән? Яугир тыныс күңел менән өйҙә ултыра алмай. Егеттәрен төштә күрә, телефон аша һөйләшә. – Хәләлем менән ултырып, бар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләштек. Мин бындағы хәлдәрҙе, дуҫтарым, егеттәр хаҡында һөйләнем. Уларҙы һағыныуымды әйттем. Уларға ярҙам кәрәклеген дә еткерҙем. Һөйләшеү еңел генә барманы, әлбиттә. Бер нисә көн, хатта бер нисә аҙна барҙы. Бер-беребеҙҙе тыңланыҡ, үлсәнек, шунан ғына бер ҡарарға килдек. Бәхәс, ғауға кеүек нимә булманы. Бик рәхмәтлемен уға. Иҫ киткес аҡыллы минең ҡатыным. Уға еңел түгел, беләм. Шулай ҙа, йорттоң йәне – әсәләрҙә, илдең ныҡлығы ирҙәрҙә икәнен аңлаған ҡатын-ҡыҙҙарға мин һәйкәл ҡуйыр инем. Өлкән балалары атаһының һуғыш тигән “эшкә” китеүен аңлай. Телевизорҙан был биләмәлә ни барғанын әсәйҙәре менән бергә ҡарап-ҡарап алалар икән. Беҙҙең атай – герой, тип тә ебәрәләр, ти. Бында һәр кем – герой, улар дөрөҫ тә уйлай. Батырлыҡ, атай ҡаһарманлығы – балаларға бар ғүмерен данлар өлгө, мираҫ ул. Әсәйҙәрҙең сабыр ғына көтә белеүе лә оло батырлыҡ, тип тә өҫтәгем килә. – Контракт төҙөп был биләмәгә килергәме-юҡмы тип икеләнеп торған егеттәргә һеҙ нимә тип әйтер инегеҙ? – тип тә һораныҡ. – Һүҙ ҙә юҡ, килеү-килмәү үҙҙәренән тора. Бында улай уҡ ҡурҡыныс түгел. – Серле генә йылмая. – Эш хаҡы буйынса бөтәһе лә дөрөҫ, ваҡытында түләүҙәр килеп тора. Әлбиттә, мин үҙем күҙәтеп бармайым. Тормош иптәшем ҡулында, ул, проблема юҡ, килеп тора, ти. Йәшәү, туҡланыу буйынса ла борсолаһы урын юҡ. Эйе, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең барыһына ла яҡшы түләүҙәр ҡаралған. Эш хаҡы айына 204 мең һумдан башлана, тиҙәр. Дауамы. Башы: bashgazet.ru