Белоретта йәшәгән Аветис Авакян Баймаҡ районында барған “Башҡорт аты” фестиваленә ҡатыны менән бергә килгән. Уның “АС-мастер” фирмаһы металл конструкциялар етештереү менән шөғөлләнә. Лазер ҡырҡҡыс ярҙамында ул кәрәк-яраҡҡа төрлө продукция әҙерләй: заводтар өсөн, хатта махсус хәрби операцияға ла уның тимер конструкцияһы файҙалы булған. Бында эшҡыуар тауарының бер өлөшөн килтергән. Мәҫәлән, тактик “бесәйҙәр”. Уны июндә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ебәргәндәр. Хәрби шарттарҙа, дошман бөтә ергә мина ҡуйып сыҡҡан ваҡытта, был ҡоролма бик тә ярап ҡала икән. Уның ярҙамында минаның сымдарын алып, башҡа шикле әйберҙәрҙе шылдырап, хатта ишекте асып була. “Фестивалгә мине Белорет районы хакимиәте саҡырҙы. Махсус рәүештә тимерҙән фестивалдең логотибын ҡойорға ҡарар иттем. Тәмле аш теләп яҙылған шашлыҡ өсөн мангал килеп сыҡты. Сара бик тә оҡшай. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған!”- тип тәьҫораттары менән бүлеште Аветис. Текст авторы һәм фото: Дмитрий Фадеев.