Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт һәм үзбәк аттары араһында ниндәй айырма бар?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Баймаҡ районының Граф күле янында икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланды. Сара республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло ат һанын арттырыу һәм популярлаштырыу өсөн үткәрелә. Бөгөн “Ылаҡ”, “Ауҙарыш” кеүек милли спорт уйындары башланды. Фестивалдә Үзбәкстандан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша. - Беҙ Джизак өлкәһенән килдек, беҙҙең делегацияға 10 кеше инә, - ти Хәйрулла Ишанғолов. - Башҡортостанда беҙ беренсе тапҡыр, ул беҙҙе үҙенең матурлығы һәм ҡунаҡсыллығы менән таң ҡалдырҙы. Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан командалары араһында «Ылаҡ»ты ҡарарға өлгөрҙөк. Осрашыуҙың иҫәбе ҡунаҡтар файҙаһына 9:1 тәшкил итте. Ҡояшлы Үзбәкстан ҡунағы әйтеүенсә, Башҡортостан менән үзбәк аттары араһында айырма бар. Мәҫәлән, Ҡарабаир тоҡомо Урта Азияла иң боронғоһо һанала. Ул юғары поход сифаттарына эйә. Ә бына башҡорт аты - бик сыҙамлы булыуы менән айырылып тора, шуға күрә теләһә ниндәй ауырлыҡты ла күтәрә ала. Фото һәм текст сығанағы: Дмитрий Фадеев