Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ялға ҡайтыуы – яҡындары өсөн оло ҡыуаныс. Мин дә яугир-ауылдаштарымды янда булғандарында күреп ҡалырға тырыштым. Бындай иғтибар уларҙың яҡындарында ла, үҙемдә лә бары тик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. 38 йәшлек “Гиза” позывнойлы һалдатты өйөндә тап иттем. Ул төҫкә әллә ни үҙгәрмәгән, шулай ҙа кәүҙәһе олпатланып, тулыланып киткән. Күҙҙәр – кешенең күңел көҙгөһө, тиҙәр бит, мин дә “Гиза”ның күҙҙәрендә уйсанлыҡты, тормошҡа етди ҡарашты тойҙом, моңһоулыҡ та бар ине. “Гиза” Белорет районының Ҡаһарман ауылында Фәниә менән Ғилман Ғизәтуллиндарҙың ғаиләһендә бишенсе бала – кинйәкәй булып донъяға килә. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, водитель һөнәренә уҡып сыға. 2003 – 2005 йылдарҙа Ҡарасәй Черкес Республикаһында хеҙмәт юлын үтә. Хеҙмәт иткән ваҡытта уҡ ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Был хаҡта хәрби часть командиры С. Воробьевтың егеттең ата-әсәһенә яҙған хатында ла бәйән ителә: “Һәр гарнизонда иң ауыр саҡта үҙҙәрен ысын кеше итеп күрһәтә алған һалдаттар була. Беҙҙең частан янғындан ҡотҡарыусы А. нәҡ шундайҙарҙан. 2003 йылдың майында ул Көнбайыш флоттың Североморск ҡалаһындағы янғын һүндереү подразделениеһында хеҙмәтен башлай. Туғыҙ ай хеҙмәт итеү осоронда батыр һәм тапҡыр һалдат А. әллә нисәмә тапҡыр аяуһыҙ ут эсенән кешеләрҙе алып сыҡты һәм дәүләт милкен ҡотҡарыуҙа ҡатнашты. Батыр һалдат, хатта үҙ ғүмерен йәлләмәйенсә, башҡаларҙы ҡотҡара. 2003 йылдың 30 декабрендә Североморск ҡалаһында биш ҡатлы торлаҡ янып китте. Һуңлап ҡына хәбәр итеүҙәре сәбәпле, янғын һүндереүселәр килеп еткәндә ут өйөрмәһе кешеләргә ҡотолоу юлын ҡамап өлгөргәйне. Наряд начальнигы А.В. Сапронов, янғынды һүндереү менән бер рәттән, кешеләрҙе ҡотҡарыуҙы ойоштора. Янғын һүндереүселәрҙең берҙәм һәм дөрөҫ эш итеүе, А. Сапронов менән А.-ның ҡыйыулыҡтары һөҙөмтәһендә ут ялмап алған фатирҙан бер кешенең ғүмере ҡотҡарыла. Шулай уҡ ҡалғандарҙы ла хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөрәләр. Ә инде янғындан ҡотҡарыусы А. үҙен был осраҡта ысын профессионал итеп күрһәтте. Зирәк, батыр йөрәкле, ныҡышмал һәм намыҫсан ил һаҡсыһы үҫтереп биргәнегеҙ өсөн тағы ла бер ҡат рәхмәт”. Сроклы хеҙмәте ваҡытында А. ошондай бихисап ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Армиянан ҡайтҡас, ул ике йыл төрлө урында эшләй һәм 2007 йылда контракт килешеүе буйынса тағы ла хәрби хеҙмәткә китә, өс йыл Әлкәләге хәрби часта водитель була. Ул йылдарҙа ла намыҫлы хеҙмәт итә, хәрби часть командиры исеменән ата-әсәһенә рәхмәт хаттары килә. Шулай итеп, ул ике тапҡыр контракт буйынса хеҙмәт итеп ҡайта. Беренсе контракт хеҙмәте ваҡытында “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операция башланғас, “Гиза” ла яңынан контракт буйынса хеҙмәт итеү теләге тыуа. Ә инде мобилизация иғлан ителгәс, үҙе, хәрби комиссариатҡа барып, тәүгеләрҙән булып яҙыла. – Улым үҙе теләп китте, ауыл менән оҙатып ҡалдыҡ. “Әсәй, иптәштәрем шунда, ә мин бында тыныс күңел менән йөрөйөммө? – тип сығып китте. Беҙ, әсәйҙәр, балаларыбыҙ өсөн ут йотоп ултырабыҙ, көн һайын шылтыратыу көтөп, телефондан айырылғаныбыҙ юҡ, тышҡа сыҡһам да, кеҫәлә алып йөрөйөм. Туғандарым да, ауылдаштарым да хәл белешеп тора. Суфиян Ишмөхәмәтов утын алып килде. Әсәйҙәр көнөндә байрам менән ҡотлап, мәктәпкә саҡырып бүләк тапшырҙылар. Үҙән ауылы хакимиәте башлығы Вячеслав Фролов, фельдшер Фаина Ғәзизова һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Беҙ үҙебеҙ ҙә гуманитар посылкалар әҙерләүҙә ярҙамлашабыҙ. Ауылдаштарыбыҙ менән берҙәм аҡса йыйып, “Нива” автомобиле һатып алып, ялға ҡайтҡан бер яугир аша махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттыҡ. Ҡәһәрле һуғыш тиҙерәк бөтһөн, һәр беребеҙ улдарыбыҙҙың өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтә, – тине яугирҙең әсәһе. “Улым ялда саҡта көн дә мунса яҡтым, нығынып, ял итеп китһен тип. Унда кейемдәрен дә сисә алмайҙар, йонсойҙар бит”, – ти хәстәрлекле әсә. – Мобилизация иғлан ителгәс тә, үҙем хәрби комиссариатҡа барҙым. Беҙҙең һалдаттар араһында ла төрлө кешеләр бар. Йәшермәйем, ҡасҡан кешеләр ҙә булды. Әлбиттә, ундайҙарҙы хөрмәт итмәйбеҙ. Зарланмайбыҙ, туҡланыу яҡшы. Хәҙер инде беренсе тапҡыр килгәндәр ҙә өйрәнеп бөттө. Еңеп ҡайтырыбыҙға ышанам, егеттәрҙең рухы күтәренке. Һуғыш булғас, юғалтыуҙар ҙа бар. Ауылды һағынабыҙ. Тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланып, тыуған еребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен, – тине “Гиза”. “Гиза” аҙ һүҙле булып сыҡты, һәр һүҙҙе ауыҙынан тартып алырға тура килә. “Ярай, һөйләп тормайым”, – тип өндәшмәй ҙә ҡуя. Район гәзитендә эшләгән ваҡытта уның тураһында контракт хеҙмәте һалдаты булараҡ яҙғайным. Ул саҡта былай уҡ йомоҡ түгел ине. Әле “Гиза” ныҡ үҙгәргән, хәрби операция үҙгәрткән, тип әйтһәк, дөрөҫөрәк булыр. Сержант “Гиза” 428-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Февралдә яраланып, ике ай дауалана. Һуңынан тағы ла иптәштәре янына юллана. “Яраланған һалдаттарға тейешле компенсацияны алдыңмы?” – тип һорап ҡуйҙым. “Юҡ, фамилиямды хаталы яҙғандар, шуға ла хәҙер документтарға төҙәтмә индерергә кәрәк”, – тине. Ул егеттәргә документтарҙы тултырғанда иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итте. Фәниә апай ҙа 76 йәшендә кинйәкәйенең яуҙан ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көтөп ултырырмын тип бер ваҡытта ла уйламаған, әммә бөгөнгө заман беҙҙең быуын ир-егеттәрен ошо һынауҙар алдына баҫтырҙы. – Улым ошо ҡайтҡан сағында: “Ауылды күргәйнем, күҙҙән йәш тәгәрәне”, – тине. Унда тыуған ерҙәрен һағыналар инде. Әле яңғыҙым йәшәйем, балаларым ярҙам итә. Беҙҙең бер теләк – тиҙерәк бөтһөн инде был операция, – ти Фәниә апай. Ҡаһарман ауылынан ундан ашыу егет, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, берәүҙәр яраланып, икенселәр контракт хеҙмәтен тултырып ҡайтты, ә күпселеге әле яу яланында үҙ бурысын үтәй. Ауылда иһә уларҙы сәстәренә сал төшкән ата-әсәләре көтә. Эйе, уларҙың кисерештәрен һүҙ менән аңлатып бөтөп булмай, был мөмкин дә түгел. Бәлки, был осраҡта күп һүҙ ҙә артыҡтыр. Беҙҙән бары бер теләк – ир-егеттәребеҙ дошманды еңеп, тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, шулай уҡ үҙебеҙ ҙә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек. Беҙ бергә булғанда ғына дошманды еңә аласаҡбыҙ. - Рәмилә МУСИНА