1960 йылдарҙа тыуған Стәрлетамаҡ егеттәре кем булырға хыялланған тип уйлайһығыҙ? Космонавт, летчик ҡына түгел, төҙөүсе кеүек етди һөнәр эйәһе булырға ла теләгәндәр аҙ булмаған. Бының шулай булыуы ғәжәп тә түгел. Һуғышҡа тиклем Стәрлетамаҡта йәшәүселәр 38 мең булһа, 1960 йылдарҙа 150 меңдән дә артып китә, шуға ҡалала төҙөлөш тә йылдам алып барыла. Һәр еңеүе – ҙур хеҙмәт Төҙөүсе һөнәрен һайлаған Иван Бережнев был тармаҡта үҙе генә ҡаҙаныштарға өлгәшеп ҡалмай, бик күптәргә нығынырға, үҫергә ярҙам итә. Иван Владимирович төҙөлөш өлкәһендә тәүге аҙымдарын 1982 йылдың июлендә, “Стәрлетамаҡтөҙөлөш” тресына эшкә урынлашырға килгәс, яһай. Йәш электр монтерын трестың иң ҙур бүлексәһенә – 1-се төҙөлөш идаралығына йүнәлтәләр. Был идаралыҡ сәнәғәт объекттарын төҙөүгә махсуслашҡан була, һәм 1982 йылда һыра-алкоголһеҙ эсемлектәр комбинаты һалына башлай. Ул ҡатмарлы була, сөнки СССР-ҙа уға тиклем бындай объект төҙөлмәй. Яңы эш башлаған белгес тап ошонда хеҙмәт тәжрибәһе туплай. 1984 йылда комбинат эш башлап, Стәрлетамаҡтың “Шихан”ы бөтә илгә танылыуына йәш төҙөүсенең дә өлөшө инә. – 45 йыл элек “Стәрлетамаҡтөҙөлөш” тресына килгәс, күп кенә етәксе вазифаларҙа ветеран-фронтовиктарҙы осраттым, – тип хәтерләй Иван Бережнев. – Улар үҙ эшенең оҫталары булды һәм күп нәмәгә өйрәтте. Был минең өсөн бик яҡшы мәктәп булды. Аҙаҡ үҙем тәжрибәле төҙөүсе булып киткәс, быуындар араһындағы бәйләнеш өҙөлөргә тейеш түгеллеген аңланым. Шуға ла компанияға килгән йәш белгестәргә айырым иғтибар бүләм. Шуны билдәләргә кәрәк: артабан Иван Бережневтың биографияһында яңынан-яңы төҙөлөш объекттары барлыҡҡа килә, улар араһында ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә була. – Ҡайҙалыр гараждар ҙа төҙөргә тура килде, был да үҙенә күрә тейешле тәжрибә бирҙе, – ти коллектив етәксеһе. Бер төҙөлөштән икенсеһенә күсә бара Бережнев һөнәри яҡтан да үҫә. Һәр тапшырылған объект менән бергә оҫталығы арта, һәм ул хеҙмәт баҫҡысы буйлап күтәрелә. 1980 йылдар аҙағында, төҙөлөштә арыу ғына тәжрибә туплағандан һуң, Иван Бережнев 1-се төҙөлөш идаралығында финанс-иҡтисади секторға етәкселек итә. Баҙар үҙгәрештәре башланғас, иҡтисад һорауҙарында алдынғы булараҡ, уны “Стәрлетамаҡтөҙөлөш” тресының риэлтор бүлегенең беренсе етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. 1990 йылдар уртаһына тиклем торлаҡ һатылмаған, ә бүлеп бирелгән илдә яңылыҡҡа ла эш барышында өйрәнергә тура килә. Яңы шарттарҙа бындай ҙур структуралар конкуренцияға ҡаршы тора алмауын аңлаған Иван Владимирович үҙ компанияһын асыуға батырсылыҡ итә. Ул бөгөн “Шихандар”ҙы төҙөй 2003 йылдың ноябрендә Бережнев төҙөлөш компанияһын ойоштора. Республикабыҙ көньяғындағы эре төҙөлөш компанияһы – “Стәрлетамаҡтөҙөлөш” тресы өлөштәргә тарҡалған йылда уның бер нисә етәксеһе Стәрлетамаҡ районы башлығына торлаҡ төҙөү өсөн ҡала, район сигендә ер бүлеп биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. – Унда сикһеҙ яландарҙа төҙөлөш алып барыу өсөн бер ниндәй ҙә инфраструктура юҡ ине, – тип хәтерләй Иван Бережнев. – Ҡала янындағы ер булһа ла, бында бер төҙөүсе лә килергә теләмәй ине. Шулай ҙа беҙ тотоноп ҡарарға булдыҡ. Шулай итеп, уның тормошоноң мөһим бер этабы башлана. Тәүҙә уның фирмаһы коттедждар төҙөй, ә бер йылдан 208 фатирлы тәүге йортто күтәреүгә керешәләр. Ҡаршыға осраған тәүге ауырлыҡтар ул – инженер селтәрҙәренең булмауы. Был, ысынлап та, ҙур тәжрибә мәктәбе бирә. Бөгөн, барлыҡҡа килгәндән һуң 20 йыл тирәһе ваҡыт үткәс, “ИнвестРайСтройЗаказчик” компаниялар төркөмө республикалағы иң ҙур төҙөлөш ойошмаларының береһе булып тора, ул бары тик Өфөнөң ҡайһы бер компанияларынан ғына ҡалыша. 20 йыл ваҡыт эсендә 60-тан ашыу коттедж һәм күп фатирлы 37 торлаҡ йорт төҙөлә, 20 меңдән ашыу кеше өй туйлай. Йылдар үтә, тормош та үҙгәрә, ә Иван Бережнев төҙөү эштәрен дауам итә. Бөгөн уның компанияһы Стәрлетамаҡ өсөн яңы концепциялы тағы ла бер торлаҡ комплексы төҙөй. Стәрлетамаҡ тирәһендәге уникаль тәбиғәт төҙөүсе компанияны “Шихандар” тигән исемгә илһамландыра. Кварталдағы иң бейек йортҡа “Шахтау” исеме бирелә. Был йорт – төҙөүсе компанияның уникаль проекты, быйыл уға йәшәргә күсә башлаясаҡтар. Ышаныслы тигән даны бар Шуныһы ҡыуаныслы: компания ойошторолғандан алып эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Уға нигеҙ һалынғанда, күптәр, вазифаларын ҡалдырып, Иван Бережневтың һүҙҙәренә ышанып килә һәм отолмайҙар. “Кешеләр миңә ышанды, һәм мин дә ҡатмарлы хәлдә коллективҡа таяна алыуымды аңланым”, – ти компанияға нигеҙ һалыусы. “ИнвестРайСтройЗаказчик” төҙөгән йорттарҙан фатирҙар алған ете мең ғаилә лә хаталанмай. Компания эшләгән дәүерендә торлаҡ тапшырыу ваҡыты менән өлөшсөләрен дә алдамай. Ошо рәүешле республикала “ышаныслы төҙөлөш ойошмаһы” тигән даны тарала. Былтыр Иван Бережневҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ошо һәм башҡа байтаҡ наградалар алыуына ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт баҫалҡы булып ҡала белә. Был ҡаҙаныштарҙы яулауҙа эргәһендәге команданың өлөшө лә, һис шикһеҙ, ҙур. Иван Владимирович йыш ҡына тәүге етәкселәрен һәм партнерҙарын ҙур йылылыҡ менән хәтергә ала. Айырыуса Стәрлетамаҡтың почетлы гражданы Василий Ядренниковҡа, атҡаҙанған иҡтисадсы Яков Линчукка рәхмәтле. Улар был донъяла юҡ инде, ләкин остаздары, дуҫтары тураһында иҫтәлекте Иван Владимирович йөрәгендә һаҡлай. – Йүнәлеш биргән, ышанысымды арттырған аҡыллы, эшлекле кешеләр юлымда осрауынан уңдым. Айҙар Рәжәпов, Владимир Калинин кеүек партнерҙарымды ла улар исемлегенә индерәм, бергәләп компания үҫешенең барлыҡ стадияларын үттек. Ошондай “командирҙар” кәңәше менән 20 йыл дауамында эште алға алып барҙыҡ, уны Стәрлетамаҡтың ҙур төҙөлөш компанияһына әйләндерҙек. Улар миңә ярҙам итте, кәңәштәренә ҡолаҡ һалдым. Уңыштарыбыҙға компания хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы һалынған, беҙ – бер команда, бер механизм, һәм бында һәр деталдең мәғәнәһе бар. Бары тик үҙ һөнәренең оҫталары ғына хеҙмәттә ҡаҙаныштарға өлгәшә ала. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА әҙерләне.