Бөгөн “Башҡортостан” гәзите журналистары Әлшәй районына юлланды. Эш сәфәребеҙ район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән осрашыуҙан башланды. Районда эштең ҡайнап торған ваҡытына тура килдек: төҙөкләндереү саралары ла, ауыл хужалығында урып-йыйыу ҙа тулы көскә бара. Раевка ауылының Яңауыл микрорайонында өс ҡатлы ҙур яңы мәктәп тиҙҙән ишектәрен асырға йыйына. Әле һуңғы әҙерлек саралары күрелә. Мәктәп директоры Артур Шәрипов яңы мәктәп 400-гә яҡын уҡыусыға иҫәпләнеүе тураһында һөйләне. Ошо уҡ микрорайонда төҙөлгән Уҡытыусылар паркын да күрҙек, уны ла яҡын көндәрҙә асыу ниәтләнә. Унда балалар майҙансыҡтары эшләнгән, тренажерҙар ҡуйылған, яҡтыртҡыстар эленгән. Киләсәктә футбол, баскетбол, волейбол уйнау өсөн спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Ошо биләмәгә яҡын урамдарҙа тап ошо һөнәр эйәләренең күп йәшәүе лә Уҡытыусылар паркы тигән исем биреүгә булышлыҡ иткән. Шулай уҡ Бәләкәй Аҡҡолай, Иҫке Аҡҡолай ауылдарында ла булдыҡ. Атайсалы өсөн изге ғәмәлдәр ҡылған замандаштарыбыҙ менән дә күрештек. Улар тураһында гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Автор фотолары.