Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡыу йылы башланыуға тапшырасаҡтар

Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт министры Александр Клебанов “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Зинин ауылында юл үткәргес төҙөү барышын тикшерҙе. Бөгөн бында төп юлдың 1850 метр оҙонлоғондағы тупраҡ ҡатламы өйөмөн төҙөү буйынса эштәр тамамланған. Ул һәр йүнәлештә икешәр һыҙатлы дүрт хәрәкәт һыҙатына иҫәпләнгән. – Объекттың дөйөм физик әҙерлеге 80 процент тәшкил итә. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Көн һайын объект төҙөүгә 40 кеше, 45 үҙ бушатҡыс, 12 берәмек йөк күтәреү һәм юл-төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры. Тышҡы яҡтыртыу ҡоролмалары өсөн бында энергияны һаҡсыл файҙаланыусы заманса яҡтыртҡыстар менән 119 таяу ҡуйыласаҡ. Автомобиль транспорты хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү маҡсатында биш километрлыҡ кәртәләү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Юл үткәргес буйлап хәрәкәтте уҡыу йылы башына башлап ебәреү күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы.