“Был көрән айыу балаһы, һәм ул ике йыл элек көрән төҫтәге айыуҙарҙан тыуған. Тиреһе һәм йөнөндә меланин етмәүе арҡаһында тайыштабан донъяға альбинос булып тыуған. Эйе, йәнлектәр араһында бындай хәл осрай. Хәҙер беҙҙең милли паркта үҙ Умкабыҙ бар”, – тинеләр ҡурсаулыҡтың матбуғат хеҙмәтендә. Төбәиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 2000-гә яҡын айыу йәшәй. Иң күбе – “Башҡортостан” милли паркында. Быға яҡшы мал аҙығы базаһы һәм һунар тыйылған айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусы сәбәпсе булыуы ихтимал. “Был - беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк осраған хәл. Яңылышмаһам, Башҡортостанда тәүге тапҡыр айыу балаһы-альбиносты видеоға төшөрөп булды. Билдәле булыуынса, альбинос хайуандарҙың мороно алһыу төҫтә булырға тейеш. Беҙҙең Умканыҡы ул ҡара. Ни өсөн шулай икәнен әйтеүе ҡыйын. Ләкин беҙ уның ата-әсәһенең ғәҙәти көрән төҫтә булыуына ышанабыҙ. Аҡ төҫтәге ҙур айыуҙы мотлаҡ күрер инек”, – тине “Башҡортостан” милли паркы директоры Владимир Кузнецов. Фото һәм видео: "Башҡортостан" милли паркы.