9 августа төбәк етәксеһе ойошманың 65 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Предприятие төбәктең төҙөлөш баҙарындағы лидерҙар иҫәбенә инә. 1958 йылдан башлап ойошма туғыҙ миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ һәм республика әһәмиәтендәге 240 ҙур объект төҙөгән, улар араһында Дуҫлыҡ монументы, Ләлә-Тюльпан мәсете һәм “Өфө-Арена” спорт-концерт комплексы бар. Радий Хәбиров хеҙмәт коллективын яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары – Төҙөүселәр көнө һәм предприятиеның юбилейы менән ҡотланы. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Хөрмәтле Марат Вәсфи улы һәм Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты хеҙмәткәрҙәре, ветерандары! Һеҙҙе ихлас күңелдән ойошмаға 65 йыл тулыуы менән ҡотлайым! Күп йылдар дауамында һеҙ ҡалабыҙҙың ғорурлығы булып тораһығыҙ. Инвестиция-төҙөлөш комитеты командаһына яңынан-яңы үрҙәр теләйем. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға изгелек юлдаш булһын! Фото: glavarb.ru