Быйыл 20 коммерцияға ҡарамаған ойошма еңеүсе исеменә лайыҡ булды, уларҙың етеһе тәүге тапҡыр фондтан грант ярҙамы ала. 2023 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән конкурс бюджеты арттырылып, 30 миллион һумға барып баҫты. Шул уҡ ваҡытта бер проектҡа максималь субсидия ике миллион һум тәшкил итә. Еңеүселәр исемлегендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары, Благовар, Ғафури, Иглин райондарынан ойошмалар бар. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу 2023 йылдың 1 октябренән һуң башлана. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән грантыглавы102.рф рәсми сайтында танышырға мөмкин. Әлеге ваҡытта Фонд 2023 йылда кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Фото: grantrb