Найти в Дзене

“Инвестсәғәт” кәңәшмәһенә саҡырылдылар

17 августа Ишембай районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Шәхси эшҡыуар Зөбәйеров” крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Хужалыҡ балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Бында сазан, аҡ амур, ҡарабалыҡ үрсетәләр. Проектҡа йәлеп ителгән дөйөм инвестициялар күләме 25 миллион һум тәшкил итте. Радий Хәбиров балыҡ үрсетеү майҙансығы менән танышты һәм ауыл хужалығы етәкселеге менән берлектә артабанғы үҫеш пландары тураһында һөйләште. Агрофирма директоры Фәнис Зөбәйеров хужалығын 2020 йылдың февралендә асыуы тураһында әйтте. Етештереү ҡеүәте – йылына 20 тонна тауар балығы. Проектҡа ярашлы, 12 быуаның алтыһында эш башланған. Һыу ятҡылыҡтары майҙаны – 23 гектар. Предприятиела инкубация цехы ла бар. Фермерҙың киләсәккә пландары – балыҡты йылына етештереү кимәлен 30 тоннаға еткереү һәм тағы туристик инфраструктураны үҫтереү. Әйткәндәй, фермер хужалығын “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика программаһында ҡатнашыусылар ҙа ҡарай. Тере балыҡ һатыуҙан тыш, бында вакуум ҡаптарҙа ҡаҡланған ба

17 августа Ишембай районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Шәхси эшҡыуар Зөбәйеров” крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Хужалыҡ балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Бында сазан, аҡ амур, ҡарабалыҡ үрсетәләр. Проектҡа йәлеп ителгән дөйөм инвестициялар күләме 25 миллион һум тәшкил итте. Радий Хәбиров балыҡ үрсетеү майҙансығы менән танышты һәм ауыл хужалығы етәкселеге менән берлектә артабанғы үҫеш пландары тураһында һөйләште. Агрофирма директоры Фәнис Зөбәйеров хужалығын 2020 йылдың февралендә асыуы тураһында әйтте. Етештереү ҡеүәте – йылына 20 тонна тауар балығы. Проектҡа ярашлы, 12 быуаның алтыһында эш башланған. Һыу ятҡылыҡтары майҙаны – 23 гектар. Предприятиела инкубация цехы ла бар. Фермерҙың киләсәккә пландары – балыҡты йылына етештереү кимәлен 30 тоннаға еткереү һәм тағы туристик инфраструктураны үҫтереү. Әйткәндәй, фермер хужалығын “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика программаһында ҡатнашыусылар ҙа ҡарай. Тере балыҡ һатыуҙан тыш, бында вакуум ҡаптарҙа ҡаҡланған балыҡ та етештерәләр. Был продукция Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүездә һатыла. Ә ыуылдырыҡтарҙы Ырымбур, Киров өлкәләренә, Татарстан һәм Удмуртия республикаларына илтәләр. Башҡортостан Башлығы “Шәхси эшҡыуар Зөбәйеров” крәҫтиән-фермер хужалығы вәкилдәрен яҡын арала буласаҡ “Инвестсәғәт” кәңәшмәһенә агрофирмаға ярҙам саралары тураһында һөйләшеү өсөн саҡырҙы. Фото, сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/169303.html