17 августа 19:00 сәғәттә үтәсәк онлайн-осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары балалар пособиеһы һәм социаль түләүҙәр буйынса һорауҙарға яуап алырға мөмкин.Спикерҙар:- Альбина Шәйхуллина, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең балалы ғаиләләргә социаль ярҙам тәғәйенләүҙе һәм уны күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы- Лилиә Агишева, Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса балалы ғаиләләрҙе социаль йәһәттән тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.Осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк: https://forms.gle/kZK1SvvAEVyngFb2AХәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме бала тыуыуға һәм уға тәрбиә биреүгә бәйле берҙәм айлыҡ пособие алыу өсөн ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда иҫәпкә алынмаясаҡ.Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 29 декабрендәге 2522-се ҡарары: https://vk.cc/ckvDQyСоциаль ярҙам сараларын берләштергән берҙәм пособие 2023 йылдың 1 ғинуарынан индерелде. Уны йөклөлөктөң 12-се аҙнаһы