Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Хоҙайбирҙин, Элеватор һәм Профсоюз урамдары буйынса юлдарҙы төҙөкләндереү тамамланды. Бында яңы асфальт түшәлде, билдә һалынды. Водолаженко урамындағы юлға асфальт түшәнеләр, яҡын арала подрядсы билдә һыҙыуға тотонасаҡ. Бөгөн подряд ойошмалары Көнбайыш урамы, Техник урам һәм Автовокзал ҡулсаһында эшләүен дауам итә. Көнбайыш урамы буйынса асфальттың өҫкө ҡатын һалыуын тамамлай, Техник урамында подрядсы урам буйынса туҡталыш кеҫәләрендә бордюр монтажлау менән шөғөлләнә, артабан асфальттың өҫкө ҡатламын түшәй һәм билдә һалыу күҙаллана. Автовокзал ҡуласаһында тигеҙләүсе ҡатламды түшәй башланылар. Башҡарылған эштәрҙең сифатын Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ингән комиссия тикшерә. Визуаль тикшереүҙән тыш, комиссия юл япмаһының киңлеген һәм оҙонлоғон үлсәй. Шулай уҡ башҡарылған эштәрҙең сифатын төҙөлөш-техник күҙәтеү күҙәтә. Улар лаборатор тикшеренеүҙәр өсөн асфальтты ҡырҡа, топографик съемка үткәрә, башҡарылған эштәрҙең проект-смета документацияһына тап килеүен тикшерә. Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.