“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы махсус булдырған майҙанда, урта һөнәри белем биреү кластерҙарын үҫтереү маҡсатында, “Сәнғәт һәм ижади индустрия” тармағы буйынса партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Килешеүҙәргә, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө художество-сәнәғәт колледжы, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы араһында һәм шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры араһында ҡул ҡуйылды. “Профессионалитет” федераль проекты 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫеш инициативаларының береһе булып тора һәм урта һөнәри белем системаһын популярлаштырыуҙы йылдам алып бара. Бөгөн мәктәпте тамамлаған балаларҙың 70 проценты урта һөнәри белем биреү йорттарын һайлай. Федераль проектты тормошҡа ашырыуҙың төп принцибы булып партнер предприятиеларҙың маҡсатлы заказы буйынса белгестәр әҙерләү, белем биреү программаларын тергеҙеү һәм уҡытыусыларҙың
“Сәнғәт һәм ижади индустрия” тармағында кластерҙар булдырыласаҡ
1 августа 20231 авг 2023
1 мин