Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы мәктәбен 1969 йылда тамамлаусылар осрашыуға йыйылған. Мәктәпте тамамлауға 54 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, 8-се тиҫтәне ваҡлаусы сәстәренә сал ҡунған апай-ағайҙар әле лә матурҙар, әле лә батырҙар, әле лә дәртлеләр! 1969 йылда Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең 10-сы класын барыһы 68 уҡыусы тамамлай. Сығарылыш класын Рәүиә Әхмәдинур ҡыҙы Әхмәтова етәкләй. Ғүмерен мәғарифҡа арнаған изге күңелле ағинәй уҡыусылары менән осрашыуға ла ҙур теләк менән килә. Флүзә Әғзәм ҡыҙы Сүлимованың ихатаһында матур итеп өҫтәл ҡоршап, бай табын әҙерләп класташтар мәктәп йылдарындағы хәтирәләр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, күңелле хәлдәр, иҫтәлектәр - барыһы тураһында ла һөйләште. Яҡшы белем, матур тәрбиә биргән уҡытыусыларын да тик йылы хәтирәләр менән иҫкә алдылар. Рәүиә Әхмәдинур ҡыҙы уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана: улар араһында уның юлын дауам итеп, ғүмерҙәрен мәғарифҡа арнаусылар ҙа бар, иҡтисадсылар ҙа, элемтәселәр ҙә, урмансылар ҙа, бухгалтерҙар ҙа һәм башҡа бик күп кәркәле һөнәр эйәләре... Иң мөһиме, улар фиҙаҡәр хеҙмәт һәм матур тормош юлы уҙып, бөгөн инде үҙҙәре өләсәй-олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәре шатлығына күмелеп, балаларының ҡәҙер хөрмәтен күреп. бәхетле ғүмер кисерә. Осрашыуға илебеҙҙең төрлө яҡтарынан ҡайталар: Свердловск һәм Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Белорет районынан, күрше-тирә ауылдарҙан... Ҡурған өлкәһенән ҡайтыусы Хәләф Хәтип улы Хәлимов класташтарын Сәғүд Ғәрәбстанынан алып ҡайҡан Зәм-зәм һыуы менән дә ауыҙ иттерҙе. Класс етәксеһе Рәүиә Әхмәдинур ҡыҙына изге сәфәрҙән алып ҡайтҡан бүләген дә ихлас тапшырҙы. Үмрә ҡылыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, вәғәз һөйләп, өгөт-нәсихәттәрен дә еткерҙе ул класташтарына. "Беҙ барыбыҙ ҙа мәктәпте тамамлағас, төрлө уҡыу йорттарында белем алып, үҙебеҙ һайлаған һөнәрҙе үҙләштерҙек, артабан халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтенә эшләнек . Ә ысынбарлыҡта Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң хәйерле белем - Ҡөрьән һәм ислам дине менән бәйле булған ғилем. Сөнки улар әҙәм балаһын гонаһтарҙан һаҡлай, иманын күтәрә, әхлағын яҡшырта, изге эштәргә өндәй, йәмғиәтте һәйбәт яҡҡа үҙгәртә. Кеше ул белем арҡаһында Аллаһтың барлығын, бөйөклөгөн таный һәм тормоштоң маҡсатын аңлап йәшәй", - тип дини ғилем алырға ла өндәне бөгөн мәҙрәсәлә уҡып йөрөүсе Хәләф Хәтип улы. “Тағы ла бер йылдан – 55 йыллыҡ уңайынан осрашып күрешергә яҙһын”, – тигән теләктә таралышты 80-де ваҡлаусы һабаҡташтар. Наилә Имаева яҙмаһы. «Йәнтөйәк» төбәк гәзите төркөмөнән алынды.