Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Йәшлек ике килмәй"

Башҡорт донъяһының матурлығын күрһәткән фотопроект авторы Гөлназ Ғәлимуллина-Макиева үҙенең эштәрендә милләтебеҙҙең ҡото булған замандаштарыбыҙҙы, милли кейемдәребеҙҙе һәм уларҙы тергеҙеүсе оҫталарҙы сағылдыра. “Мәҡәлдәр календары” фотопроекттың яңы серияһына биҙәүестәр эшләүсе оҫта егет Иҙел Хәкимов һәм бейеүсе Таңсулпан Сәғитованы йәлеп иткән. “Йәшлек ике килмәй” тип атала ул. Образдың авторы Иҙел Хәкимов көнбайыш башҡорттарының милли кейемен һайлаған. “Образ һайлағанда тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, традицион башҡорт кейеме буйынса эксперт (Пермь крайы) Альберт Махмудов менән кәңәшләшеп эшләнек. Минең маҡсатым - башҡорт милли кейеме буйынса стереотиптарҙы боҙоу. Сөнки милли кейемдәребеҙ шул тиклем бай. Уларҙың төрлөлөгөн халҡыбыҙ аңлаһа ине. Беҙҙә ҡашмау менән селтәр генә кеймәгәндәр, хәситә, ҡалпаҡ та кейгәндәр. Тарихты белмәгәнлектән милли кейемдәрҙе бутауҙар күренә”, – ти Иҙел. Иҙел Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, «Этномода» халыҡ-ара йәш дизайнерҙар фестивале еңеүсеһе һәм «Мода» йүнәлешендә 2020 йылғы бөтә Рәсәй студенттар яҙының 2-се дәрәжә лауреаты. Таңсулпан «Guzal-dance» коллективы солисы, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты һәм SMM-белгесе. Улар быйыл “Байыҡ” башҡорт бейеүенең республика телевизион конкурсында ҡатнаша. Уңыштар, йәштәр! Сығанаҡ: https://vk.com/ethno_frames https://vk.com/club114620260