Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы Ҡайынлыҡ мәктәбендә яңы шарттар

Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ мәктәп-интернаты нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асыла. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай үҙәктәр “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә учреждениела химия, биология, физика кабинеттарында ремонт эштәре алып барыла. Өҫтәмә һәм төп дөйөм белем биреү программалары буйынса дәрестәр уҙғарыу өсөн ҡорамалдар һәм реактивтар алынған. Бынан тыш учреждение химия һәм физика буйынса һанлы лабораториялар комплекты менән тулыланған. Эштәрҙе август айында тамамлау ниәтләнә. Был ваҡытҡа барлыҡ өс кабинет та “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең бер стилендә биҙәләсәк. -Был йүнәлеш предметтары буйынса төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүселәрҙе тулыһынса, ә өҫтәмә белем биреү программалары буйынса уҡыусыларҙың кәмендә 70 процентын йәлеп итеү планлаштырыла, - тинеләр район хакимиәтендә. “Мәғариф” милли проекты Рәсәйҙәге барлыҡ балаларға һәм үҫмерҙәргә һәләттәрен асыу өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ил буйынса мәктәп, колледждар, техникумдар төҙөлә һәм модернизациялана, улар заманса йыһаздар менән тулылана. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. фото:bash.news.