Ауырғазы районында стронгмен һәм милли көрәш буйынса республика турниры уҙҙы. “Иң көслө кеше” тип аталған был бәйгегә планетаның иң көслө кешеләре йыйылды. Турнир биш дисциплинала үтте: классик төр лог-лифт буйынса, йәғни 120 кг ауырлыҡтағы бүрәнәне 75 секунд эсендә күтәреү, билдәле бер араны 240 килограмлыҡ йөк менән йүгереү, 320 кг тәгәрмәс менән кантовка, 350 килограмлыҡ спорт инвентарен түңәрәк буйлап күсереп йөрөтөү һәм стронгмен тарихында беренсе тапҡыр булған суҡмар ырғытыу. Турнирҙа Белгород, Свердловск, Силәбе, Төмән өлкәләренән, ХМАО һәм Пермь крайынан килгән ҡунаҡтар менән бергә барыһы 14 кеше ҡатнашты. Юғары кимәлдәге титуллы был спортсмендар араһында донъя чемпионы, донъя кубогы хужаһы, донъя рекордын ҡуйыусылар булды. Улар менән бергә, Башҡортостан исеменән, республика көс экстримы буйынса призер Раил Бикмаев һәм “Урал аръяғының иң көслө кешеһе” Арман Үтәгәнов сығыш яһаны. “Иң көслө кеше” титулын Белгородтан килгән донъя чемпионы Давид Шамей яуланы. Шулай уҡ, күрше майҙанда милли көрәш буйынса егеттәр көс һынашһа, байрам аҙағында башҡорттарҙың “Ылаҡ” ат-спорт уйыны уҙғарылды. Был милли уйын төрө һуңғы бер нисә йыл элек кенә тергеҙелһә лә, республика буйынса йылдам үҫеүе күҙәтелә. Ә иһә дөйөм сара Республика Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо һәм ойоштороусылар тарафынан, йыл һайын уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Тимәк, доняның иң күренекле титуллы стронгмендары һәм милли көрәш оҫталары йыл һайын беҙҙә йыйыласаҡ. Фотолар: Илнур Хужахмәтов фотолары.