"Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә. Унда күсмә Һаулыҡ үҙәктәре, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, "Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге" модуле, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереү бушлай уҙғарыла. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй – ҡабул итеү сират тәртибендә үткәрелә. Иң мөһиме - үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк. Август айының маршруттары – Әлшәй, Бишбүләк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Салауат, Өфө, Федоровка, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондары. Бөтә маршруттарҙы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин https://vk.cc/cp95h8 Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.