Улар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы буйынса алынды. Яңы ҡорамалдарҙың өҫтөнлөгө шунда: улар пациенттарҙа абдоминаль, ҡан тамырҙары, кардиологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Улар тиҙ арала реаль ваҡыт режимында мәғлүмәт эшкәртә, һүрәттәренең сифаты ла юғары. Шулай уҡ, үткәрелгән тикшеренеү һөҙөмтәләрен анализлай алған, заманса программа тәьминәте менән йыһазландырылған. – Был аппараттар белгестәребеҙгә тикшеренеүҙәрҙең аныҡ һүрәттәрен алырға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм патологияларҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирәсәк, – ти Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров. – Һис шикһеҙ, был район халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проекты, 2022 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты: халыҡ ихтыяжынан сығып, йәшәү, уҡыу йәки эш урыны янында м
Асҡар үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһына яңы УЗИ-аппараттар килде
6 августа 20236 авг 2023
~1 мин