Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бейеп кенә киткән инең дә бит, Кире бейеп кенә ҡайтманың...

Талантлы йәш бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булыуы бар республика халҡын шаңҡытты. Сибай концерт-театр берекмәһендәге "Сибай" халыҡ бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы вафатына күптәр әле булһа ышанып та бөтмәйҙер. Бына ул осҡан бөркөттәй ҡайтанан бейеп сәхнәләргә килеп сығыр кеүек... Бергә мобилизацияланған иптәштәре лә Илнарҙың үлеменә әле лә ышана алмай. Ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең йәш йырсыһы Фларид Бирғәлин дуҫына арналған йырҙы тәҡдим итте. "Был йыр дуҫыбыҙға, хеҙмәттәшебеҙгә, иң яҡшы бейеүсе Илнарға арнала. Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә, ҡәҙерле кешебеҙ", тип яҙған ул. Йырҙың һүҙҙәрен Гөлкәй Исмәғилева яҙған. Музыкаһы - Радик Далхин, аранжировкаһы - Ғәйсәр Моратов. Һүрәт авторы - Марина Дудник. Илнар Хәтмуллинға Бейеп кенә киттең яу ҡырына,Һөйөп кенә ҡалдыҡ оҙатып.Ҙур ышаныс менән көтә инек,Һәр хәбәрҙе уҡып, күҙәтеп.Ситек сисеп, ауыр итек кейҙең,Сәхнә ҡалды, алда яу ҡыры.Ҡул сабыуҙар ҡалды, бейеү көйөнАлыштырҙы туптарҙың "йыры".Өмөт менән киттең, ҡайтам, тиеп,Ҡанат ҡаҡҡан бөркөттәй булып.Башҡорт ере тағын аһ-зар түгә,Йәштәр быуа күңелгә тулып...Бейеп кенә киткән инең дә бит,Кире бейеп кенә ҡайтманың.Рухың ашты күккә ҡыйғыр ҡоштай,Башҡорт ире данын һатманы... Был йырҙан Илнарҙың рухы шатланһын, йәне йәннәттә булһын! Фото: Марина Дудник һүрәте.