Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡарағатығыҙҙы йыйҙығыҙмы?

Был һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Гөлфиә Нухова яуап бирә. "Июль-август айҙарында киләһе йылғы уңыш һалына. Тәү сиратта ауырыу, ҡыйыш үҫкән ботаҡтарҙы алырға кәрә. Ҡыуаҡ еңеләйгәс, ул киләһе йылға бөрөләр әҙерләй башлай. Бынан һуң һәр ҡара ҡарағат ҡыуағына өс-дүрт биҙрә, ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағатҡа икешәр биҙрә һыу һибергә кәрәк. Ҡарағаттың төптәрен йомшартығыҙ. Тик көрәк менән тәрән ҡаҙмағыҙ, тамырҙарҙы йәрәхәтләп ҡуймағыҙ. Бынан һуң ашлама һалырға кәрәк һәм ҡоротҡостарға ҡаршы дарыу менән эшкәртегеҙ. Был эштәрҙе ваҡытында атҡарһағыҙ, икенсе йыл да ҡыуаҡтан мул уңыш алырһығыҙ", - ти Гөлфиә Нухова. Автор фотоһы.