Нуриман районында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтарға арнап һәйкәл асылды. Гранит плитәләрҙә 600-ҙән ашыу кешенең исеме яҙылған һәйкәл Байгилде ауылында ҡуйылды. Уны булдырыу идеяһы Исмәғилевтәр ғаиләһенеке. Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында улар һуғышта һәләк булған ауылдаштары исемен мәңгеләштерергә булған. “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә” федераль проекты сиктәрендә һәйкәлде асыу тантанаһында Байгилде ауылы лицейының юнармеецтары һәм мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. – Тарихи һәм мәҙәни һәйкәлдәр үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, улар рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтерә, илһөйәрлекте арттыра, – тине Байгилде ауыл биләмәһе башлығы Рәзилә Хәлилова. – Яҡташтарығыҙҙың башланғысын хупларға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһындағы хәтерҙе хөрмәт итергә, биләмәгеҙҙе төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Исмәғилевтәр ғаиләһенә был һәйкәлде булдырғандары һәм ауылдаштары хәтерен мәңгеләштергәндәре өсөн рәхмәт әйтәм. Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – тине Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Нуриман районы хакимиәте.