Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беренсе лигаға күсергә ҡушылды

Бөгөн Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов “Өфө” футбол командаһы коллективы менән осрашты. Сарала ул беренсе лигаға күсергә ҡушты. “Кире ҡайтырға, тимәйем, күсергә. Быны тәү сиратта тренерҙар штабы, Сергей Витальевич менән (“Өфө” командаһының яңы баш тренеры) бергә ҡыҫҡа ваҡытта атҡарырға кәрәк”, – тине Руслан Таһир улы. Ул шулай уҡ футболсылар китһә лә, төп уйынсыларҙың ҡалыуы, яңыларының килеүе һәм башҡалар тураһында әйтте. Сарала футболсылар министрға спортсыларҙың автографы ҡуйылған футболка бүләк итте. Унда "Руслан Хәбибов" һәм "№17" тип яҙылған. Әйткәндәй, Руслан Таһир улы советтың попечителлек советына етәкселек итә. “Күренеүенсә, шулай мине командаға алдылар, - тип шаяртты спорт министры. – Формаға килгәндә, иң яҡшыһы – “Өфө” футбол клубыныҡы. Миндә Олимпия йыйылма командаһынан алып барыһыныҡы ла бар. Быныһы – иң уңайлыһы, һәйбәте. Республикалағы башҡа командалар миңә үпкәләмәҫ, тип өмөтләнәм. Тағы бер тапҡыр был миҙгелдең футбол клубы өсөн төп осор икәнлеген әйткем килә. Футболка өсөн рәхмәт. Минеңсә, номер ҙа яҡшы”. Фото: “Башинформ”.