Найти тему
Башҡортостан гәзите

84 йәшлек Шаран таҡмаҡсыһын ҡаршы алығыҙ!

Таҡмаҡсылар конкурсына төрлө йәштәгеләр йәлеп ителһә лә, уларҙы йыр-моңға һөйөү беләштерә. Шаран районының Күгәрсен-Бүләк ауылынан Зинфира Зәйҙуллина ла конкурсыбыҙҙа ихлас ҡатнашырға теләк белдерҙе. Хеҙмәттә үтә уның ғүмере. Тыуған ауылында ете йыл уҡығас, Ерекле мәктәбен тамамлай. “Уҡырға дәртем булһа ла, мөмкинлегем юҡ ине. Шуға фермаға һауынсы булып эшкә урынлаштым һәм унда бер өҙлөкһөҙ 35 йыл эшләнем”, - ти конкурсантыбыҙ. Аҙаҡ башҡа ерҙәрҙә хеҙмәт итергә тура килә. Зинфира Зәйҙуллинаның дөйөм стажы 46 йылға етә. Ул бер ҡасан да йыр-моңдан, ижадтан айырылмай. Әле лә йырлай, таҡмаҡтар әйтә, шиғырҙар яҙа. Оло йәштәмен тип тормай, дәртләнеп үҙен конкурста һынаған иң өлкән ҡатнашыусыбыҙға рәхмәт! Фото һәм видео шәхси архивтан.