Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге яңы биҫтәлә яңы парк төҙөлә. Был объект Ҡырмыҫҡалы ауылының Чехов урамында барлыҡҡа киләсәк. Подрядсы – Өфөнән “Рефстройпроект” компанияһы. Әле ул буласаҡ парк урынында ер эштәрен башҡара. – Быйыл август аҙағына тиклем йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән һуҡмаҡтарға асфальт түшәләсәк, балалар өсөн резина япмалы майҙансыҡ булдырыласаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ. Тағы паркта спорт майҙансығы төҙөләсәк, эскәмйәләр, бәләкәй архитектура формалары, урам тренажерҙары барлыҡҡа киләсәк, – тип белдерҙе Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Вадим Хәкимов. Килешеү хаҡы 6,29 миллион һум тәшкил иткән. Аҡса федераль бюджеттан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса бүленгән. Әйткәндәй, был программаға ярашлы, Ҡырмыҫҡалы районында һигеҙ йәмәғәт биләмәһе төҙөлгән, ә быйыл милли проекттар исемлегенә республика буйынса 123 объект ингән. Ҡырмыҫҡалыларҙың әүҙемлеге һәм берҙәмлеге һөҙөмтәһендә объектта эш бара, ә уның икенсе өлөшө 2024 йылда башҡарыла. Әйткәндәй, паркта балаларға уйын майҙаны ғына түгел, төрлө йәштәге кешеләр өсөн ял зоналары барлыҡҡа киләсәк. Ҡырмыҫҡалы ауылының Чапаев урамында йәшәүселәр ҙә оҙаҡ көткән ваҡиға бар. Ниһайәт, тротуарҙы төҙөкләндереү ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше федераль программаһына ҡушылған. Барлыҡ эштәр 2,5 миллиондан ашыу һумға төшәсәк. Әлегә асфальт түшәү өсөн урын әҙерләнә. Подрядсы ойошма барыһын да 1 сентябргә тиклем атҡарырға тейеш. Тротуарҙың дөйөм оҙонлоғо 900 метр тирәһе тәшкил итәсәк. Ул Чапаев һәм Совет урамдарынан башланасаҡ һәм Ҡарламан йылғаһы аша һалынған күпергә тиклем барып етәсәк. “Агро” йәмғиәте барлыҡ эштәрҙе ваҡытында атҡарырға тырыша. Һөҙөмтәлә тиҙҙән район үҙәгендә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар хәүефһеҙ һәм тигеҙ юлдан йөрөр, тигән ышаныс бар. Айһылыу НИЗАМОВА