Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Беҙ бында бик кәрәкбеҙ”

Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптарының 13-сө бригадаһы эшләй. Төркөм етәксеһе травматолог-ортопед Нуршат Ғибазов әйтеүенсә, яҡташтары махсус хәрби операцияла үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгән иң батыр, иң ҡыйыу белгестәр. Хәҙерге ваҡытта ҡала дауаханаһында медицина ярҙамы өлкәндәргә һәм балаларға күрһәтелә, тикшеренеүҙәр, диагностика үткәрелә, анализдар алына. Белгестәр етешмәгәндә, Башҡортостандан саҡырыла, теге йәки был белгескә ихтыяж кәмегәндә, улар республикаға кире ҡайтарыла, тип яҙа “Башинформ” хәбәрселәре. – Оҙаҡламай Башҡортостандан табиптарҙың яңы төркөмө киләсәк. Беҙ өҫтәмә рәүештә эндокринолог, гастроэнтеролог, окулист һәм отоларинголог кеүек белгестәрҙең күберәк килеүен һораныҡ. Ауырыуҙар күп, эш тә арта. Был сменала дауаханала компьютер томографы, ультратауыш аппараты ҡуйылды. Юлдарҙы ремонтлау пациенттарҙың беҙгә килеү шарттарын еңеләйтте, – ти Нуршат Ғибазов. Табип былтыр Красный Луч ҡалаһында хәрби госпиталдә эшләгән. Хәҙер хәрби медицина учреждениеларын башҡа тораҡтарға күсергәндәр. Быйыл Нуршат Ғибазов үҙенең һөнәре буйынса эшләй. Бына ул туғыҙ йәшлек Виканың ауыртҡан тубыҡтарын ентекләп ҡарап, спортсы ҡыҙыҡайға кәңәштәр бирә. Вика каратэ менән әүҙем шөғөлләнә. Яңыраҡ ярыштарҙа ҡатнашҡан, әсәһенең әйтеүенсә, тап шунан һуң тубыҡтарҙа һәм үксәләрҙә ауыртыу тойған. ”Ауыртҡан ерҙәге шеште күрәһегеҙме? – тип өндәшә ул ҡыҙҙың әсәһенә. – Ҙур физик көсөргәнеш талап ителгән мәлдә балаларға ошондай патология хас. Тулҡынланмағыҙ, дауалаясаҡбыҙ”. Отоларинголог Ирина Дубровкина бөгөн кескәй Владты ҡабул итә. Табип Өфөләге 3-сө балалар поликлиникаһында эшләгән. ”Элек улым дауаханаға барырға яратмай ине, Башҡортостан табиптарын күреү менән ул көйһөҙләнмәй башланы”, – тип йылмая әсә. Балалар хирург-урологы Ирек Ғәлиев әйтеүенсә, төрлө етди сирҙәре булыуына ҡарамаҫтан, балаларҙың кәйефтәре күтәренке, шуҡтар. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы берҙәренең сирҙәрен дауалау ваҡыты уҙған, мәҫәлән, операцияға мохтаж бер малайҙы Өфөләге республика клиник дауаханаһына оҙатырға әҙерләйҙәр. Бында баш ҡала табиптарының тағы береһе – Александр Матвеев эшләй. Өлкән йәштәге пациентҡа янбаш-бот быуынының 3-сө дәрәжә коксартрозы тигән диагноз ҡуйылған. Ул аяғын хәрәкәтләндерә алмай, йөрөү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Табиптар уны дауаланыу өсөн Мәскәү клиникаһына оҙатырға йыйына. – Быға тиклем Луганск өлкә дауаханаһында бер быуынды протезлау өсөн 300 мең һум аҡса һоранылар, ә миңә икеһен дә алыштырырға кәрәк. Башҡортостан табиптарына бик рәхмәтлемен. Улар ярҙам итмәһә, күптән тора ла алмаҫ инем. 2011 йылдан ауырыйым бит. Аяҡтарым һауыҡһа, Башҡортостанды барып күрер инем, унда бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ, – ти әбей. – Мәскәүгә өсөнсө-дүртенсе дәрәжә артроздар менән оҙатабыҙ, биш пациент дауалана ла инде. Улар ҡайтҡандан һуң һаулыҡтарын күҙәтәбеҙ. Ҡалала бығаса белгестәр булманы, шуға күрә тағы ниндәй сирҙәрҙе асыҡларбыҙ, әлегә билдәһеҙ. Кеше ниндәйҙер ағзаһының ауыртыуына зарланып килә, ә беҙ ул көтмәгән башҡа сирҙәре барлығын асыҡлайбыҙ, – ти Нуршат Ғибазов. Быйыл Красный Лучта хәрби госпиталь булмаһа ла, яугирҙәр яҡташтары эргәһенә килгеләп тора. Күбеһенсә терапия ярҙамына мохтаждар. Яңыраҡ Шайморатов исемендәге батальондың “Юрэ” позывнойлы яугире ярҙам һорап килгән. “Егетте талпан тешләгән. Беҙ уның яраһын эшкәрттек. Хәҙер уға антибиотиктар терапияһын үтергә, иммунорегуляторҙар курсын алырға кәрәк. Бөтә дарыуҙар ҙа бар. Алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәрҙең талпан энцефалиты, сысҡан биҙгәге эләктереү хәүефе ҙур. Шуға күрә шәхси гигиенаны күҙәтеүҙәрен һорайбыҙ, – ти Нуршат Ғибазов. – Табиптар Башҡортостан хәрбиҙәре менән даими бәйләнештә. Улар һорауҙары менән теләгән ваҡытта табиптарға шылтырата һәм консультация ала”. Альбина Әминева бығаса Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының йоғошло сиҙәр бүлексәһендә эшләгән. ”Күптәндән хеҙмәттәштәремә ҡушылып, Донбассты тергеҙеү, халҡына ярҙам итеү теләге менән яна инем. Тәүҙәрәк ҡыйыныраҡ ине, хәҙер өйрәндем инде. Дауахана беҙҙең республикалағы медицина учреждениеларынан ныҡ айырыла, күптән иғтибар ителмәгән, һәр йәһәттән артта ҡалған. Кешеләр ҡабул итеүгә әүҙем килә, эш ҡайнай”, – ти табип. Башҡортостан табиптары элеккесә дауаханала йәшәй. Үҙҙәре өсөн уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырғандар. Быйыл һыу менән дә, аҙыҡ-түлек менән дә проблема юҡ. ”Әлбиттә, тыуған яҡты, ғаиләбеҙҙе һағынабыҙ. Тик килгәнбеҙ икән, өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәргә кәрәк, Беҙ Красный Луч халҡына кәрәкбеҙ”, – ти Нуршат Ғибазов. Фото:“Башинформ”.