Әбйәлил районының Ишкилде ауылы ике йыл рәттән "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашты. Призлы урын яуламаһалар ҙа, дәртле һәм берҙәм ауыл халҡы бөгөн дә тыуған ауылын төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып бара. Ошо көндәрҙә Сума йылғаһы буйында "Ҡолама" спорт майҙансығын төҙөү буйынса ҙур өмә үткән. Өмәлә ауыл халҡы һәм башҡа ярҙамға килгән ир-егеттәр ҡатнашҡан. Һәр кем үҙе менән эш ҡоралдарын да тотоп килгән. Маҡсатта ҡуйылған эштәр урын еренә еткереп атҡарылған. Был хаҡта беҙгә Гөлсиә Шаһивәлиева хәбәр итә. "Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары өмәлә ҡатнашыусыларҙы "Зәкиә" мәсетендә Усмановтарҙың һәм Шаһивәлиева Сәүҙә Баймөхәмәт ҡыҙының ҡорбан аштары менән һыйланы. Ауылда спорт майҙансығы төҙөүҙә инициатива күрһәтеүсе Ласын Марат улы Усманов өмәнең төп ойоштороусыһы һәм төп бағыусыһы булды. Ласын Марат улы менән берлектә был эште ойоштороуҙа Мансур Марат улы Усманов, Илмир Йәмил улы Шаһивәлиев һәм Юлай Сәғәҙәт улы Зарипов бик әүҙем ҡатнашты. Әбйәлил районының Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы с