Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төндә йүгерәбеҙ

Миллион кешелек күп кенә ҡалаларҙа төндә йүгереүҙәр ойошторола. Бөгөн Өфөлә үткән ошондай сарала өс сит илдән – Мысырҙан, Ҡаҙағстандан һәм Беларусь Республикаһынан, Рәсәйҙең 17 төбәгенән, 111 ҡалаһынан кешеләр ҡатнаша. “Артерия” тип исемләнгән сарала экология мәсьәләһе лә күтәрелә. СИБУР компанияһының бренды һәм башҡа иҡтисади төшөнсәләр менән дә танышып була. Старт, финиш ваҡытында, бейеү мәлендә махсус урналар ҡуйылып, уларға пластик һауыттар ташланасаҡ. Йүгергәндән һуң улар ПОЛИЭФ предприятиеһында йәшел гранулаға әүереләсәк. Интерактив күргәҙмәлә быға шаһит булырға мөмкин. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: бөгөн беренсе тапҡыр “йондоҙ”ҙар плеядаһы ла йүгерә. Фото: "Башинформ".