Бөгөнгө ҡот осҡос хәбәр барыһын да шаңҡытты: 23 йәшендә генә Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы һәм дәртле бейеүсе Илнар Хәтмуллин махсус хәрби операция барышында һәләк булды. Кисә социаль селтәрҙә уның ҡаты яраланыуы һәм юғалыуы хаҡында хәбәр таралды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илнар Хәтмуллин табылған, ләкин уны ҡотҡара алмағандар. Был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр итәләр.Февраль айында, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, артистың улы тыуғайны. Был хаҡта беҙ гәзитебеҙҙең сайтында ла хәбәр иттек. Йөҙөнән һәр саҡ йылмайыу китмәгән, ойоҫҡота баҫып, иҙәндәрҙе дер һелкетеп бейегән йәш һәм дәртле бейеүсенең башҡаса Сибай сәхнәләрендә күреп булмаясағына күңел ышанмай. Сөнки ул - ансамблдең ҡояшы, үҙе бер талисманы һәм йөҙө ине. Һомғол ҡарағастай төҙ һәм оҙон кәүҙәле, бөркөт ҡарашлы бейеүсене башҡалар менән бутау мөмкин дә түгел ине. Уның үҙенән нур балҡып, шул нур менән бар тамашасыларҙы ҡойондороп, әсир итеп бейер ине. Күңелдә - бары тик шул килеш кенә ҡалғ