Генерал М. Шайморатов исемендәге батальондың “Док” позывнойлы медицина взводы командиры махсус хәрби операция зонаһынан тыуған ауылы Дүрмәнгә ялға ҡайтты. Доброволец тап ошо медицина взводында хеҙмәт итеүе менән ғорурлана. Егеттең ата-әсәһе әйтеүенсә, улдарының өйгә ҡайтыуы улар өсөн ҙур байрам булған. Шатлыҡ хистәренән күҙ йәштәре түгелеүе лә сер түгел, бер туғандары, хәләл ефете, улы һәм ҡыҙы өсөн бик бәхетле көн был. Лейтенант менән осрашырға бөтә туған-ырыуы йыйылған. Ул иптәштәренең батырлығы, берҙәмлеге хаҡында ла ғорурланып һөйләй. Бер ваҡыт дошмандың Рәсәй хәрбиҙәренең позицияларын минометтан утҡа тотоуы һөҙөмтәһендә күптәр ҡаты яралана. Санитарҙар - өлкән сержант Илдар, рядовой Наил һәм взвод командиры Дамир составындағы медицина взводы ҡаты ут аҫтында яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеп, уларҙы алғы һыҙыҡтан хәүефһеҙ зонаға сығарған. Бик тиҙ, ойошҡан рәүештә эште башҡара алғандар. Егеттәрҙең бөтәһе лә – Башҡортостандан. Дамир генерал М. Шайморатов исемендәге батальон тураһында ҙ