26-28 июлдә Башҡортостандың баш ҡалаһында “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” тигән ҡалалар үҫеше һәм һанлы трансформация буйынса IV Бөтә Рәсәй форумы үтә. Төп маҡсаты – бизнес һәм властың тура диалогын булдырыу. Форум эшендә власть органдары, дәүләт корпорацияһы вәкилдәре, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздар етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Ошо маҡсатта сараның бәйләнеш үҙәге булдырылған. Уның белгестәре төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ ҡыла. Үҙәк 26 июлгә тиклем Мәскәү ваҡыты менән 07.00 – 16.00 сәғәттәрҙә эшләй. Форум барған көндәрҙә, 25-28 июлдә, 07.00 - 19.00 сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ бәйләнеш үҙәге белгестәре сарала ҡатнашыуға, программалағы үҙгәрештәргә ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирер. Был уникаль ваҡиғала Рәсәй төбәктәре үҫешенең һанлы трансформацияһы буйынса үҙенсәлекле тәжрибә менән танышырға, форумдың рәсми порталында үҙеңдең ҡарарҙарыңды күрһәтергә лә мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был эшлекле программа биләмәләрҙең тотороҡло үҫешенә йүнәтелгән көнүҙәк трендтарға һәм технологик инновацияларға арналған. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын күрһәтә, ошо тармаҡтағы белгестәр менән тәжрибә уртаҡлаша ала. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.