Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдәрҙең береһендә дауаланыу курсы үтеүсе яҡташыбыҙ эргәһенә барҙы, тыуған яҡтың һағындырған тәмле күстәнәстәрен тапшырҙы. Әйткәндәй, Гөлназ Ибраһимова һәм уның ғаиләһе ҡала госпиталендәрендә дауаланған егеттәрҙең хәлен даими белеп тора, ярҙам күрһәтә, яҡындары менән бәйләнеш булдыра. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡаты яра алған яҡташыбыҙ – Мәләүез яғынан, уның йүнәлеп өйгә ҡайтыуын олатаһы менән өләсәһе өҙөлөп көтә. Батыр егеткә һаулыҡ һәм именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ! Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.