Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Улыҡайым, улым минең, бәхеткәйең булһын, тимен..."

Халҡыбыҙҙа һалдатты армия хеҙмәтенә күмәкләп оҙатыу һәм ҡаршы алыу электән иң мөһим йолаларҙың береһе булған. Һуңғы осорҙа, илдәге билдәле сәбәптәргә бәйле, был ғәмәлгә иғтибар ныҡ артты. Асҡын районынан Ләйсән Суфиянова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, улар ошо көндәрҙә оло шатлыҡ кисергән: туғандарын армиянан ҡаршы алған. "Беҙҙең моряк! Ил-көндәр тыныс булмаған ваҡытта балаңды армиянан көтөп алыу ни икәнен ата-әсә үҙе генә беләлер. Әлхәмдүлилләһ, туғаныбыҙ Наилде армиянан ҡаршы алдыҡ. Алда тик матур, имен, оҙон, парлы ғүмер көтһөн һине, Наил!" - тип шатлығы менән уртаҡлашҡан замандашыбыҙ. Улдары, туғандары армияла булған һәр кемде ошондай шатлыҡлы осрашыуҙар көтһөн! Фото: Л. Суфиянованың видеояҙмаһынан скриншот.