Әгәр ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән булһа, уны социаль яҡлау органдары һәм социаль килешеү ярҙамында арттырырға мөмкин Әйткәндәй, нимә ул социаль килешеү? Дәүләт һәм ғаилә йәки дәүләт һәм граждан араһындағы килешеү ул. Уға ярашлы, социаль яҡлау органдары социаль ярҙам күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта икенсе яҡ ғаиләнең йәшәү кимәлен күтәреү өсөн айырым эштәрҙе үтәү бурысын үҙ өҫтөнә ала. Социаль килешеү 6 – 12 айға төҙөлә һәм түләүҙәрҙе йә бушлай хеҙмәттәрҙе күҙаллай. Ниндәй дәүләт ярҙамы тәғәйенләнәсәге һәр осраҡта шәхсән әҙерләнгән адаптация программаһына бәйле. Мәҫәлән, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән ике бала тәрбиәләйһегеҙ. Һуңғы өс айҙа ғаиләнең дөйөм килеме 110 мең һум тәшкил иткән. Ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына инеү-инмәүен билдәләү өсөн йәшәү минимумын иҫәпләйҙәр: (13 789 һум х 2 + 12 271 һум х 2) / 4 кеше. = айына 13 030 һум. Әйткәндәй, балалар өсөн йәшәү минимумы эшкә һәләтлеләрҙекенән айырыла. Ғаиләләге бер кешегә йән башына уртаса килем түбәндәгесә иҫәпләнә: 110