Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа "Союздаш дәүләтенең йәмәғәт дипломатияһы: Рәсәй һәм Беларусь йәмәғәт ойошмаларының һәм берекмәләренең интеграцияны алға этәреүгә индергән өлөшө” темаһына Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х Форумының секция ултырышы үтте. Модераторҙар булып Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе Григорий Карасин һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советының Халыҡ-ара эштәр һәм милли хәүефһеҙлек буйынса Даими комиссияһы рәйесе Сергей Рачков сығыш яһаны. Теманы тикшереүҙә Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары, Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы ағзалары, Рәсәй һәм Беларусь дәүләт власы органдары, эксперт берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандың депутаттар корпусынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, республика парламентының даими комитеттары рәйестәре һәм ағзалары сығыш яһаны. Ултырышта Рәсәйҙә һәм Белар
"Ваҡыт беҙ көслө булыуыбыҙҙы һәм ошо һөжүмдәргә ҡаршы тора алыуыбыҙҙы күрһәтте"
28 июня 202328 июн 2023
3 мин