Башҡортостан Республикаһының гранттар фонды, Радий Хәбировтың ҡарары буйынса кинематография өлкәһендәге проекттарҙы ҡеүәтләү маҡсатында махсус конкурсҡа 50 миллион һум бүлде. Был аҡсаны кем ала һәм нисек алырға була? Конкурсҡа ғаризаны, коммерция нигеҙендә дәүләт ойошмаһы булмаған, йәғни, ойошманың составында дәүләт органдарының учредителдәре булмаған, иҡтисади эшмәкәрлеге ОКВЭД буйынса кинематографияға бәйләнгән һәм бер йыл элек теркәлгән ойошмалар яҙа ала. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2023 йылдың 1 авгусынан алып 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Ҡағиҙәгә ярашлы документтарҙан башҡа, ғаризаға фильмдың презентацияһын һәм сценарийын да индерергә кәрәк була. Грантглавы102.рф сайтында ғаризаны бирергә һәм конкурстың Положениеһы менән ныҡлап танышырға мөмкин. Конкурстың положениеһын әҙерләү буйынса “Башҡортостан” киностудияһы, мәҙәниәт министрлығы һәм бәйге комиссияһы ҙур эш башҡарҙы. “Конкурс бик үҙенсәлекле, документтарҙы иғтибар менән өйрәнергә саҡырам. Яҡын арала, даими