Былтыр ДНР-ҙан күсеп килгән Людмила Башҡортостан халҡына рәхмәтле. X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы тураһында ишетеп, Людмила ҡыҙы Милена менән килгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты осратһаҡ, рәхмәт һүҙҙәрен еткерер инек, тип ниәт иткәндәр һәм ниәттәре тормошҡа ашты. Радий Хәбировтың ҡулын ҡыҫып, һөйләшеп алдылар. Бынан һуң Людмила ситкә китеп йәштәрен һөртөп алды. Әлеге хәле тураһында һөйләшкәндә лә саҡ күҙ йәштәрен тыйып тора ул. Людмила ҡыҙы менән былтыр Башҡортостанға йәшәп торорға килә. Уларҙың күсеүен ире талап итә. Көн һайын ҡыҙым менән тыныс тормош өсөн Хоҙай Тәғәләгә һәм Радий Хәбировҡа рәхмәттәр әйтәбеҙ, ти ул. - Беҙ былтыр 3 июлдә бында күсеп килдек. Ә 9 июлдә беҙҙең өйгә ракета төштө. Килмәһәк, һәләк булыр инек. Һаман тыныс тормошҡа өйрәнә алмайбыҙ. Һигеҙ йыл һуғыш шарттарында йәшәнек. Һаман ҡурҡыу тойғоһо китмәй. ДНР-ҙа ирем, атай-әсәйем ҡалды. Уларҙы һаман бында килергә өгөтләй алмайбыҙ. Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ. Тыныслыҡ – ул шундай нескә төшөнсә, ыуалырға тора. Уны һаҡлайыҡ, - ти Людмила. Рәсми делегация тирмәләрҙе ҡараған арала, улар өс тапҡыр Олимпия чемпионы, туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы, 12 тапҡыр Европа чемпионы, 13 тапҡыр СССР чемпионы, әлеге мәлдә Федерация Советы ағзаһы Александр Карелин менән фотоға төштөләр!