Яңыраҡ сираттағы концерт барышында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовҡа тамашасылар көтөлмәгән бүләк тапшырған. – Мин кешеләр сәскәләр менән сығыр тип көткәйнем... Улар минең атай-әсәйемдең портреты менән сыҡты. 17 июндә уларҙың бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлынан барыуына - 60 йыл. Көтмәгәндә шундай бүләк. Күңелгә һәйбәт. Кешеләр әллә белә, әллә осраҡлы инде... – тип ғәжәпләнеп уртаҡлашты ул социаль селтәрҙәге диуарында. Айҙар Ғәлимовтың әсәһе Бибинур Ғәлим ҡыҙы – уҡытыусы, ә атаһы Миңлеғәни Бәхтиғәни улы водитель булып эшләгән. Артист ата-әсәһе тураһында тик йылы һүҙҙәр әйтә, ғорурланыуын белдерә. Мәғлүмәт сығанағы: vk.com/aidar.galimov